Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2023, 14:29

Һүрәт төшөрөү һәләте ныҡ ярҙам итә

Тулыраҡ: 

Һүрәт төшөрөү һәләте ныҡ ярҙам итә
Һүрәт төшөрөү һәләте ныҡ ярҙам итә

Әнүәр Ғималтдинов Ҡариҙел 1-се урта мәктәбен 2021 йылда тамамлаған. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының авиация двигателдәре факультетында белем ала. Йылылыҡ техникаһы һәм энергетикаһы йүнәлешен һайлаған.
Уҡытыусылары, йәштәштәре Әнүәрҙең һүрәт төшөрөү, һыҙма менән әүҙем шөғөлләнеүен белә. Ул һәр ваҡыт төрлө конкурстарҙа алдынғы урындарҙы алған, үҙенең матур эштәре менән Балалар ижады үҙәгенең йөҙөк ҡашы булған. Егеттең был һәләте уҡыуында ныҡ ярҙам итә, кәрәкле чертеждарҙы бер ҡыйынлыҡһыҙ һыҙып ҡуя. Физика фәне лә студентыбыҙға еңел бирелә. 1-cе курсты тамамлағандан һуң Әнүәр Өфө аэропортында практика үтә, самолеттар менән яҡындан таныша.
— Миңә бында белем алыуы оҡшай. Студент тормошо бик ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. Яуаплы, сөнки һин буласаҡ һөнәреңде үҙләштереү өсөн бар көсөңдө һалаһың. Стипендия даими рәүештә алып барам. Атай-әсәй ҡарамағында ғына булғы килмәгәнлектән, өҫтәмә эшкә урынлашып, финанс сығымдарҙы үҙем хәл итергә тырышам, — ти булдыҡлы егет.
Был уҡыу йортонда хәрби үҙәк бар, бында 2-се курстан алып студенттар офицер һәм запастағы һалдат әҙерлеген дә үтә. Шуға ла ике белгеслек дипломын алып сығалар. Буласаҡ инженерыбыҙҙың әле сессия миҙгеле. Әнүәргә уны еңеллек менән уңышлы тапшырыуын һәм киләсәктә үҙ эшенең оҫтаһы булыуын теләйек!

 

Гөлнара Солтанова.

Һүрәт төшөрөү һәләте ныҡ ярҙам итә
Һүрәт төшөрөү һәләте ныҡ ярҙам итә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: