Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2022, 14:30

Ғалимдарға грант ярҙамы программаһы дауам итерме?

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә  вуз-ара студенттар кампусын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуын иҫкә төшөрҙө.

Ғалимдарға грант ярҙамы программаһы дауам итерме?
Ғалимдарға грант ярҙамы программаһы дауам итерме?

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә кисә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуын иҫкә төшөрҙө.

«Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 27 миллиард һум тәшкил иткән проектта яртыһы тиерлек (43,9%) – федераль аҡса. Кампустың беренсе объекты – IQ-парк – бер йылдан эшләй башлай. Хөкүмәткә проектты тормошҡа ашырыу буйынса йөкләмәләрҙе мотлаҡ үтәргә һәм төҙөлөштө 2026 йылға тамамларға ҡушам. Беҙҙең кампус – 4 меңдән ашыу студент өсөн уңайлы дөйөм ятаҡ ҡына түгел (4 335 урын), ә донъя кимәлендәге заманса фәнни-белем биреү мөхите. Йәшәү, белем алыу, фән, спорт һәм мәҙәниәт өсөн киңлек. Кампус проекты менән беҙ студенттар эшҡыуарлығы экосистемаһын булдырабыҙ.

Республика бюджеты иҫәбенә ғалимдарыбыҙға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса мөһим аҙымдар яһалды. Быйыл тәүге тапҡыр ғилми стажировкаға, йәш ғалимдарҙың һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса бүлдек. Хөкүмәттән киләһе йылда ошо социаль программаны ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итеүен, уға Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәрен индереүҙе һорайым», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/poslanie22/2022-12-15/glava-bashkirii-poruchil-pravitelstvu-prodolzhit-programmu-po-grantovoy-podderzhke-uchenyh-3072740

Автор:
Читайте нас: