Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2022, 17:55

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»

«Урал батыр мәктәбе» майҙансығында илһөйәрлек һәм телһөйәрлек рухы бөркөлөп торҙо.  

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»
«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»

 

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Мәрүә Ғилметдинова “Урал батыр мәктәбе” майҙансығында “Урал батыр” мәктәбен ойоштороу буйынса һөйләне.

 

“Урал батыр мәктәбе” проекты балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи, патриотик, экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән, авторы – билдәле педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева. Проект 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булды.

 

- Мин Мөнзилә Солтан ҡыҙы менән “Урал батыр мәктәбе» майҙансығында ҡатнаштым. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы был мәктәптең концепцияһы менән таныштырҙы. Программаның нигеҙендә «Урал батыр» эпосы ята. Уның бурысы - «Урал батыр» эпосы аша йәш быуынға белем, тәрбиә биреү. Проекттың 10 йүнәлеше бар.

Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы "Йәйләү" башkорт лагеры менән таныштырҙы.
Беҙҙең майҙансыҡ эше рухлы, илһөйәрлек менән һуғарылған мөхиттә бик файҙалы, йәнле  үтте. Күп кенә борсоған һорауҙарға яуап алып ҡайттыҡ. Беҙҙең районда "Урал батыр мәктәбе" булдырылып, балалар башҡорт ҡоролтайы эш башланы. Артабан да был йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итербеҙ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафина.

 

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткәрелгән “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашҡаны, әүҙем эшмәкәрлеге менән башҡорт халҡы тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова - “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең, ә Ҡарткиҫәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Наилә Имаева.

 

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»
«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»
«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»
«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»
Читайте нас: