Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Октябрь 2022, 11:00

Мәғарифҡа арналған ғүмер

Александровтарҙың дөйөм педагогик стажы — 190 йыл

Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер

Ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Александровтар ғаиләһенең педагогик династияһы тарихы Андрей Александрович Александровтан башланғыс ала.

Андрей Александрович 1936 йылда Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуа. Аталары 1941 йылда фронтта хәбәрһеҙ юғала. Әсәләренә өс баланы бер үҙенә аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ғаиләлә оло ул булараҡ әсәһенең уң ҡулы була, һеңлеләрен ҡарау, ихата, баҫыу эштәре уның елкәһенә ята. Тормош ауырлыҡтары егетте һындырмай, киреһенсә, сыныҡтыра, үҙ көсөнә ышанырға булышлыҡ итә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа күрше ауылға 10 саҡрым араны йәйәү йөрөп уҡыһа ла, зарланмай. Уҡытыусы булыу хыялы уны Бөрө педагогия институтына алып килә. Уҡыу йортон 1958 йылда уңышлы тамамлап, физика һәм математика фәндәре белгесе дипломын ала.
Андрей Александрович 42 йыл ғүмерен мәғариф системаһына арнай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай, артабан район мәғариф бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул 29 йыл эшләй. Ул етәкселек иткән осорҙа яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, интернаттар төҙөлә. Андрей Александровичты хеҙмәттәштәре тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Ул үҙенең эшһөйәрлеге, тырышлығы, кешелеклелеге менән халыҡ араһында хөрмәт яулаған, абруйлы кеше була.
Андрей Александрович район мәктәптәренең матди-техник базаһын нығытыу өсөн күп көсөн һала. Район мәғариф бүлеген етәкләгән осорҙа 17 урта, 15 төп, 26 башланғыс мәктәп, 25 балалар баҡсаһы, дүрт интернат һанала.
1985 йылда намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исеме бирелә. Тағы ла В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ул “Халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәренә лайыҡ була.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2001 йылда Рәсәй Федерацияһы Указы буйынса II дәрәжә «Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Андрей Александрович Хоҙайҙан ебәрелгән уҡытыусы булғандыр. Хатта донъя ҡуйған көнө лә 5 октябрь — Уҡытыусы көнөнә тап килә.
Тормош иптәше Анастасия Салиевна 1942 йылда тыуа. 1966 йылда Мари дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар бүлеген тамамлай. Мишкә ауылында башланғыс кластарҙы уҡыта, унан һуң логопед булып эшләй. Педагогик стажы — 33 йыл. Район мәғариф системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәренә лайыҡ була.
Александровтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Ата-әсәһенең юлын дауам итеп, улар уҡытыусы һөнәрен һайлай. Өсөһө лә математика уҡытыусыһы.
Оло ҡыҙҙары Лариса 1988 йылда Өфө педагогия институтын тамамлап, 31 йыл ғүмерен мәғариф системаһына арнай. Мишкә 2-се һәм Бөрөнөң 10-сы мәктәптәрендә эшләй.
Уртансы ҡыҙҙары Людмила 1967 йылда донъяға килә. 1990 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. 25 йыл Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбендә балаларға математиканан белем бирә.
Улдары Сергей 1972 йылда тыуа. 1995 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. 1995 йылдан 2011 йылға тиклем Мишкә 1-се лицейында математика дәресен уҡыта. 2011 йылда Мишкә 2-се урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. 2013 йылда Мишкә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп күсерелә. 2015 йылдан бөгөнгәсә район мәғариф бүлеген етәкләй. Атаһының эшен дауам итә, мәғариф бүлеге начальнигы.
Сергей Андреевичтың тормош иптәше Наталья Йәркәй ҡыҙы ла уҡытыусы. 1998 йылда Бөрө педагогия институтының биология һәм химия факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Мишкә 1-се лицейында башлай. 2012 йылдан Мишкә 2-се урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй. Район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең быйылғы август кәңәшмәһендә Наталья Йәркәй ҡыҙына «Рәсәй Федерацияһының  «тәрбиә биреү һәм мәғарифтың маҡтаулы  хеҙмәткәре» исеме тапшырылды.
Ғүмерҙәрен мәғарифҡа арнаған Александровтарҙың дөйөм педагогик стажы — 190 йыл. Анастасия һәм Андрей Александровтар башланғыс биргән уҡытыусылар династияһын ейән-ейәнсәрҙәре лә лайыҡлы дауам итер, тип ышанабыҙ.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: