Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Октябрь 2022, 10:00

Боронғо һәм абруйлы уҡыу йорто

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы республикала иң боронғо һәм абруйлы уҡыу йорттарының береһе һанала. Юғары уҡыу йортоноң филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетында 25 йылдан ашыу башҡорт-рус һәм башҡорт-инглиз бүлектәре эшләп килә.

Боронғо һәм абруйлы уҡыу йорто
Боронғо һәм абруйлы уҡыу йорто

Үҙенең барлыҡҡа килеүе менән Башҡортостандың ул осорҙағы мәғариф министры Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдиноваға, уҡыу йортоноң ректоры, профессор Салауат Мөҙәрис улы Усмановҡа бурыслы. Тап ошо хөрмәтле шәхестәр Бөрө ерендә башҡорт рухының яңырыуына, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең вуз аудиторияларында яңғырауына һәм иң мөһиме – тиҫтәләгән йылдар һуҙымында ассимиляцияға бирелеп бөтә яҙған төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли үҙаңын һаҡлап ҡалыуға, был төбәк өсөн ныҡлы әҙерлекле башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләй башлауға шарттар тыуҙырҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы, ҡулайлаштырыу сәйәсәтендә лә бүлек бюджет урындары менән тәьмин ителә. Бирелә башлыса республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарынан килгән йәштәр белем ала. “Йәнтөйәк” гәзите таратылған Ҡариҙел, Асҡын, Борай, Балтас, Мишкә райондарынан килгән студенттарыбыҙ тураһында булыр һүҙебеҙ. Йәштәр буш ваҡыттарын нисек үткәрә? Ниндәй уй-хыялдар, теләк-ынтылыштар менән йәшәй улар?
Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Илшат Ҡазыханов әлеге ваҡытта башҡорт-инглиз бүлегенең 3-сө курсында белем ала. Уның яратҡан шөғөлдәре бихисап. Телде, әҙәбиәтте һәм тарихты, бигерәк тә төрки халыҡтарының үткәнен һәм бөгөнгөһөн өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Әсә теленән тыш сит телдәрҙе өйрәнә һәм ғәрәп графикаһын үҙләштерә.
Мишкә ҡыҙы Розалия Хазыева ипле, бөхтә булыуы менән айырыла. Төп маҡсаты – инглиз теле грамматикаһының бөтә нескәлектәрен тулы үҙләштереү һәм был телдә камил һөйләшергә өйрәнеү. Сит телдә иркен аралашҡан ҡыҙ башҡорт теле менән әҙәбиәтенән дә белемен тәрәнәйтә.
Борай ауылынан Булат Хәтмуллинды ла факультеттың башҡорт-инглиз бүлегенә туған телгә һәм әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуы алып килгән. Мәктәптә баскетбол уйнарға яратҡан, был шөғөлөн ул бөгөн дә ташламаҫҡа тырыша.
Тағы ла Борайҙан 2-се курста Валерия Ибаева уҡый. Грамоталы ҡыҙға вуз уҡытыусылары шунда уҡ иғтибар итеп өлгөргән һәм уға ҙур өмөт бағлайҙар. Уның тәрән фекер йөрөтөүе, ҡыҙыҡһыныусан булыуы оҡшай уларға.


Камила Мөхәмәтова Ҡариҙел районы Абдулла ауылынан. БДУ-ның Бөрө филиалына телдәрҙе өйрәнеү теләгенән тыш журналистика менән ҡыҙыҡһыныуы алып килгән. Уның бер нисә мәҡәләһе “Йәнтөйәк” район-ара гәзитендә баҫылып сыҡты.
БДУ-ның Бөрө филиалында Республика көнөнә арнап, «Һылыуҡай» гүзәллек бәйгеһе үткәреү матур йолаға әйләнде. Башҡорт ҡыҙҙары үҙҙәренең һылыу ғына түгел, ә уңған, һәләтле, мәрхәмәтле, белемле булыуҙарын да иҫбатлай. Был сарала Ҡариҙел һылыуы Алһыу Мөбәрәкова ҡатнашып, Гран-при яулауға өлгәште. Ул уҡыу йортонда ғына түгел, ә ҡалала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Талантлы йәштәр менән бергә “Өмөт” башҡорт-татар халыҡ театрында төп ролдәрҙе башҡара, моңло һәм дәртле йырҙарын бөрөләр көтөп ала. Уның аҙашы һәм курсташы Балтас һылыуы Алһыу Кашапова ла 4-се курста белем ала. Уҡыу алдынғыһы киләсәктә үҙенең һөнәре буйынса мәктәптә эшләргә, балаларға төплө белем бирергә, тел серҙәренә төшөндөрөргә, уларҙың ижади потенциалдарын иҫәпкә алып, илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләргә хыяллана.


Быйылғы 5-се курста төбәктән ике ҡыҙ бына-бына ҡулдарына диплом алырға йөрөй. Саодат Анаркулова – үзбәк ҡыҙы. Яҙмыш һынауы уны Башҡортостанға алып килгән. Бөрө фармацевтика колледжын тамамлағандан һуң юғары белем алыу маҡсаты менән БДУ-ның Бөрө филиалына уҡырға ингән. Балтас районында төпләнгән ҡыҙ ғаиләһен дә ҡарап өлгөрә, лекцияларға йөрөргә, семинар дәрестәргә әҙерләнергә лә ваҡыт таба. Улай ғына ла түгел, төрлө ижади һәм фәнни конкурстарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Маҡсаттары ҙур, хыялдары изге уның. “БДУ-ның Бөрө филиалы миңә киң мөмкинлектәр асты. Башҡорт халҡының телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеү миңә башҡа төрки халыҡтарҙың телен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә өйрәтте, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһына башланым. Башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары менән ситтән дә, яҡындан да таныштым. Театрҙарға, музейҙарға йөрөүҙән ләззәт таба башланым. Үҙемдең туған үзбәк теленә һәм әҙәбиәтенә лә иғтибарым артты. Шуға ла бөгөн башҡорт һәм үзбәк халҡы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тағы ла нығытыу, тәржемә эше менән шөғөлләнеү хыялдары менән янам. Ғөмүмән, юғары уҡыу йорто маҡсатҡа ирешеү өсөн ең һыҙғанып эшләргә, тырышырға кәрәклеген төшөнөргә ярҙам итте”,— ти Саодат.


Төркөмдөң старостаһы Әлиә Хәмиҙуллина иһә Ҡариҙел районынан. Тап юғары уҡыу йортона килгәс, ғүмерлек тормош иптәшен осратҡан. Йәш ғаилә батыр малай үҫтерә.
2022 йылда БДУ-ның Бөрө филиалы башҡорт-рус бүлеген талантлы, маҡсатлы йәштәр тамамланы. Асҡын ҡыҙы Миләүшә Солтанова Өфөлә юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары араһында үткәрелгән “Әсә теле-2022” республика конкурсында ҡатнашып, “Педагогик рингта иң яҡшы сығыш” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Миләүшә төркөмдәше Илнара Закирова (Ҡариҙел районы) менән беренсе курста уҡ Өфөлә үткән “Йөрәк һүҙе” конкурсында махсус призға лайыҡ булғайны. Бөгөн улар үҙҙәренең хеҙмәт юлын башлаған.


Сығарылыш студенттарына алмашҡа дәрттәре ташып торған талантлы йәштәр килгән. 17 бюджет урындың дүртәүһен тап ошо төбәк студенттары бүлешкән. Улар — Асҡындан Юлай Хәйруллин менән Регина Шабаева, Ҡариҙелдән Алһыу Сөнәғәтова, Балтастан Әлиә Шәрипова.


Төркөм старостаһы Юлай Хәйруллин Ҡарткиҫәк ауылынан. Ул тиҫтерҙәренән төплө, һәр нәмәне уйлап эш итеүе менән айырыла. Бала саҡтан уҡ спорт менән шөғөлләнгән, район кимәлендә үткән спорт ярыштарында призлы урындарға лайыҡ булған. Тыуып үҫкән төбәгенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһыныуы 8-се кластан ғилми тикшеренеү эштәренә йәлеп иткән. 10-сы класта Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конкурста лауреат һәм дипломант була. Юлай шиғыр һөйләү буйынса төбәк һәм республика бәйгеләрендә лә алдынғылыҡты бирмәй. Нәфис һүҙ оҫтаһын районда үткән мәҙәни сараларға йыш ҡына алып барыусы итеп саҡырғандар.

Юлайҙың класташы Регина Шабаева ла спортсы. Вуз кимәлендә үткәрелгән спорт ярышында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Еңел атлетика буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Алһыу Сөнәғәтова менән Әлиә Шәрипова ла студент тормошонда ҡайнай башланы инде. Киләсәктә уҡыу йортоноң “Биряночка” бейеү түңәрәгендә, ҡаланың “Өмөт” театр студияһында шөғөлләнергә уйлайҙар.
“Юғары уҡыу йортонда тәрбиәүи эштәр юғары кимәлдә ойошторолған. Студенттарҙың буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Улар уҡыу йортонда ғына түгел, ә ҡалала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнаша”, – ти факультет деканы Ольга Васильевна Лысова.
"Студенттарҙа фәнни ҡараш булдырыу өсөн дә ентекле эш алып барыла. Улар Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, күрше өлкәләргә һәм республика райондарына экспедицияға йөрөй. Мәҫәлән, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында булып, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйҙылар. Һәр бер эштең һөҙөмтәһе айырым йыйынтыҡ булып донъя күрҙе, – тип дауам итте һүҙҙе уҡыу йорто директоры Винер Ғәниев. – Факультетта күренекле яҙыусылар, шағирҙар менән даими осрашыуҙар үткәрелә. М. Бураҡаева, Г. Яҡупова, Г. Ситдиҡова, Л. Абдуллина, Т. Искәндәриә кеүек шәхестәр менән фекер алышыуҙар студенттарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Тик, үкенескә ҡаршы, һуңғы ике йылдағы хәл-ваҡиғалар менән бәйле бындай саралар туҡтатылып торҙо. Заманында улар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуы һәм “Ашҡаҙар” радиоһы ҡунаҡтары ла булды, ә былтыр Өфөләге Нестерев исемендәге музейға һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына тамаша ҡылды. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ла төрлө саралар үткәрелә".


Эйе, илһөйәр, телһөйәр ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡый филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт бүлегендә. Ә сығарылыш уҡыусыларыбыҙ республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә һәм колледждарында уңышлы эшләп йөрөй. Араларында баш ҡалала даими уҙғарылып килгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, Гран-при һәм беренсе урын яулаусылар булыуы һөйөндөрә. Шулай уҡ уҡыуҙарын магистратурала һәм аспирантурала дауам итеүселәр, фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә өлгәшеүселәр бар. Ысынлап та, өс тиҫтәгә яҡын тарихы булған бүлектең һөйләр һүҙе, күрһәтер эше бар!

 


Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Бөрө районы.

Боронғо һәм абруйлы уҡыу йорто
Боронғо һәм абруйлы уҡыу йорто
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: