Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2022, 20:00

Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр

Тулыраҡ: 

Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр

Уҡытыусылар көнө уңайынан район педагогтары, ғүмерҙәрен ошо изге һөнәргә бағышлаған мәғариф ветерандары Балтас район Мәҙәниәт һарайына матур сараға йыйылды. Байрам башында мәғариф хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушевҡа бирелде.
Байрам көнөндә ғәҙәттә оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән ветерандарҙы, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләйҙәр. Был юлы ла изге йола теүәл үтәлде.
Район етәкселеге бер төркөм уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә маҡтаулы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй, республика һәм район наградаларын тапшырҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Зиннатнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова ла уҡытыусыларға ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм тантаналы шарттарҙа уҡытыусыларҙың, педагогтарҙың һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен билдәләп үтте.
Байрам тантанаһы район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре көсө менән әҙерләнгән концерт программаһы менән үрелеп барҙы.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Балтаста уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр
Читайте нас: