Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2022, 20:15

Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр

Тулыраҡ:

Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр

 

Тәрбиәселәр көнө алдынан бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте.

Байрамға йыйылыусы тәрбиәселәрҙе, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен һәм педагогик хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығы исеменән уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.

 

Артабан Эльза Ҡәҙим ҡыҙы БР мәғариф системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвина Хәлимйән ҡыҙы Дилмөхәмәтоваға БР Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Район хакимиәтенең Почет грамотаһына  Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина, ошо уҡ баҡсаның тәрбиәсе ярҙамсыһы Лариса Петровна Бабина, тәрбиәсе Гөлназ Мөхәмәтнур ҡыҙы Ҡыямова, Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Лилиә Тәлғәт ҡыҙы Миңлеғәлиева, Алиса Фәүхетдин ҡыҙы Дауытова, Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Ғәлләмова, Ҡубияҙ ауылының “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһы мөдире Эльмира Раүфан ҡыҙы Нурисламова, Яңы Ҡаҙансы ауылының ”Шишмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Илмира Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова, Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова, Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы филиалы - Солтанбәк ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наилә Ибатулла ҡыҙы Ильясова, Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәнисә Хәсәнйән ҡыҙы Йосопова лайыҡ булды.

Район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары Асҡындың “Күк сәскә” баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәлифә Рәиф ҡыҙы Ғәйбәҙуллинаға, “Ҡояшҡай” баҡсаһы эштәр менән идарасыһы Ләйсән Вил ҡыҙы Нафиковаға, Урмияҙҙың “Йәйғор” баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Нәжибулла ҡыҙы Әүхәҙиеваға тапшырылды.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Наилә  Раданил ҡыҙы Камалова тәбрикләп, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына район мәғариф бүлеге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Артур Әүхәт улы   Ғиндуллин да байрам уңайынан иң изге теләктәрен еткерҙе.

Һәр ваҡыттағыса тәбрикләү-бүләкләүҙәр  балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең һәм мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, район Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән бейеү ансамблдәренең сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.

Байрам сараһын Наталья Николаевна Десяткина менән Равиль Марсель улы Сәлимгәрәев матур итеп алып барҙы.

 

Наилә Имаева.

 

Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Читайте нас: