Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Сентябрь 2022, 09:35

Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү

Һәр дүшәмбелә Рәсәй һәм Башҡортостандың гимны аҫтында Дәүләт флагтарын күтәргәндән һуң, мәктәптәрҙә “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” тип аталған класс сәғәттәре уҙа.

Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү

 Ил Башлығының Ижтимағи проекттар буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков белдереүенсә, Рәсәй йәмғиәте буйынса класс сәғәттәре 5 сентябрҙән башланды ла инде.

Бындай сәғәттәр, төрлө йәш төркөмөнә ҡарап, бәхәс ҡороу, уҡыусыларға квиз, дәрес рәүешендә методик материал биреүҙән ғибарәт.

Ҡариҙел районы мәктәптәре лә бындай саранан ситтә ҡалманы. Интерактив саралар ҡулланып, алдан раҫланып ҡуйылған темалар буйынса уҡыусылар менән “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” класс сәғәтен ойошторалар.

Фотолар 1-се урта, Муллаҡай, Абыҙ мәктәптәре сәхифәләренән алынды.

Гөлнара Солтанова.

Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Читайте нас: