Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Сентябрь 2022, 21:15

"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы

Тулыраҡ:

"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы
"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы

Ауыл биләмәләре араһында үткән "Атайсал - яҡташлыҡ көсө" ижади конкурс сиктәрендә Нөркә ауылы мәҙәниәт йортонда Гөлназ Ҡәҙим ҡыҙы Шәйбәкова етәкләгән “Гөлбәзир ” халыҡ фольклор ансамбленең “Гөлбәзир дуҫтарын йыя!” тип исемләнгән юбилей кисәһе уҙҙы.

Нөркә ауылы үҙенең уңған, шиғри күңелле, йыр-моң яратҡан кешеләре менән Балтас районында айырылып тора, ә "Гөлбәзир" коллективы халыҡты йәшәртә, уйларҙы сафландыра, фекерҙәрҙе дөрөҫ юлға йүнәлтә. Нөркәләр бәхетле тип әйтергә була, сөнки сирек быуат үҙ фольклор коллективы эшләп килә. Заманында коллективты туплауҙа ҙур өлөш кереткән Светлана апай һәм Ҡәҙим ағай Вәлиевтаға бик ҙур рәхмәтлебеҙ, тиҙәр. Шул ваҡыттан алып ансамблдең репертуары даими тулыланып бара, төрлө өлкәлә хеҙмәт салған апай -ағайҙар ҡатнаша. Күптәре әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булһалар ҙа йәш быуынға өлгө күрһәтергә атлығып тора.
Юбилярҙарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте эштәре идарасыһы Нурғәлиева Светлана Александровна менән район Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Дамир Мәүлитхан улы Хәмәтов ҡотлап, бөтәһенә ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләп, коллективҡа грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сара аҙағында Нөркә ауыл биләмәһе эстафетаны Түбән Һикеяҙ ауыл биләмәһенә тапшырҙы.

Гөлназ Ғәлләмова.

"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы
"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы
"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы
"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы
"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы
"Гөлбәзир" дуҫтарын йыйҙы
Читайте нас: