Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2022, 18:40

Балтас районында йәнә өс "Үҫеш нөктәһе" асылды

Тулыраҡ:  

Балтас районында йәнә өс "Үҫеш нөктәһе" асылды
Балтас районында йәнә өс "Үҫеш нөктәһе" асылды

Бөгөн, 12 сентябрҙә, «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә бөтә республика буйлап «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асылды.

Балтас районында Тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәктәрен асыу тантанаһы Һәйтәк, Түбәнге Һикеяҙ һәм Ураҙай ауылдары мәктәптәрендә уҙҙы. Бындай һигеҙ үҙәк бар - үткән йылдарҙа Иҫке Балтастың 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә лә ошондай уҡ үҙәктәр эшләй башланы. «Үҫеш нөктәһе» тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәгенең эше мөһим, сөнки уның төп маҡсаты - белем биреү сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы камиллаштырыу, уҡыусыларҙың химия, биология, физика, өҫтәмә белем биреү программаларын, дәрестән тыш эшмәкәрлекте үҙләштереүҙә мөмкинлектәрен киңәйтеү. Үҙәк өс кабинеттан тора, уларҙа физика, химия, биология фәндәре буйынса дөйөм белем биреү программаларын, шулай уҡ дәрестән тыш эшмәкәрлек, өҫтәмә белем биреү, проект һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге программаларын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.

Дистанцион белем алған һәм балаларҙың уҡыуға, фәнни-техник ижадҡа ҡыҙыҡһыныуын нығыта алған инициативалы педагогтар «Үҫеш нөктәләре» эшенә ҡушыла.

Бындай үҙәктәр ярҙамында уҡыусылар, үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр асып, төрлө яҡлап үҫешә аласаҡ. «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәренең эше уҡыусыларға сифатлы заманса белем биреү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтер,  тип ышанабыҙ.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтас районында йәнә өс "Үҫеш нөктәһе" асылды
Балтас районында йәнә өс "Үҫеш нөктәһе" асылды
Балтас районында йәнә өс "Үҫеш нөктәһе" асылды
Балтас районында йәнә өс "Үҫеш нөктәһе" асылды
Читайте нас: