Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2022, 20:50

Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!

Тулыраҡ: 

Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!

Ҡарткиҫәк мәктәбендә бөгөн күптән көтөлгән ваҡиға - “Үҫеш нөктәһе” үҙәге  һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса яңыртылған мәктәп ашханаһы асылды!

 

Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов тәбрикләне:

- 2019 йылдан башлап районыбыҙҙа биш – Асҡындың 1-се һәм 2-се, Ҡашҡа, Урмияҙ, Солтанбәк мәктәптәрендә “Үҫеш нөктә”ләре эшләй ине. Бөгөн Ҡарткиҫәктә, Петропавловкала, Табаҫҡытамаҡта һәм Иҫке Ҡаҙансы мәктәптәрендә ошондай заманса үҙәктәр асылды. «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә Ҡарткиҫәк мәктәбенә бер миллион һумдан ашыу аҡсаға ҡорамалдар ҡайтарылды. Физика, биология, химия фәндәре буйынса икешәр һанлы лабораториялар кейстары, нейротехнология биосигналдары уҡыу-тикшеренеү лабораторияһы, робототехника буйыса ике белем биреү конструкторы - былар ҙа барыһы ла түгел әле, - тине Динис Рәдис улы.

 

- Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарға беҙ сикһеҙ шатбыҙ. Быларҙың барыһы ла уҡыусыларҙың белем алыуға ҡыҙыҡһыныуын арттыра, - тине мәктәп директоры Лилиә Аснаф ҡыҙы.

 

Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусылары быйыл яңы төҫ алғаy, ремонтланған  ашханала ашаясаҡ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса иҙән, түшәм, электр сымдары, яҡтыртҡыстар алмаштырыла, яңы раковиналар ҡуйыла. Стеналарҙы гипсокартон менән тышлайҙар, веранданы ла йылыталар.

Бына шулай, Ҡарткиҫәк мәктәбендә уҡыр өсөн бөтә заманса шарттар ҙа булдырыла.

Наилә Имаева.







Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Ҡарткиҫәктә икеләтә байрам!
Читайте нас: