Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Сентябрь 2022, 22:15

Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды

Район үҙәгендә ойошторолған мәктәп йәрминкәһендә бигерәк тә һөт ризыҡтары, һарымһаҡ, бәрәңге бик үтемле булды

Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды
Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды

Район мәктәптәре һәм балалар баҡсалары коллективтары йәрминкәгә ниндәй генә продукция алып килмәгән! Бында төрлөһөнән еләк-емеш, йәшелсә, береһенән-береһе тәмле ҡамыр, һөт ризыҡтары, ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән салаттар, дарыу үләндәре, ҡыуаҡтар, сәскәләр, ҡул эштәре һәм башҡалар зауыҡ менән өҫтәлдәргә теҙелеп һатыуға ҡуйылғайны. Асҡын 1-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Кирилл Щербинин хатта олатаһының быуаһынан тотолған сазан балығын да алып килгән.

Йыл темаһына арнап эшләнгән композициялар береһенән-береһе матур. Асҡын 1-се мәктәбе коллективы әҙерләгән көҙгө фотозонала теләгән һәр кем иҫтәлеккә фотоға төшә алды.

Үҙҙәрен ысын һатыусы итеп тойған малайҙар һәм ҡыҙҙар комиссия ағзаларын һәм һатып алыусыларҙы таҡмаҡтар, шиғыр юлдары менән, йырлап-бейеп үҙенсәлекле сәләмләп, саҡырып, продукцияларын тәҡдим итте. Оҫта һатышыуҙа Яңы Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары Ильяс Латыпов, Илмир Хәсәнов һәм Зөхрә Яхинаға бәлки етеүсе булмағандыр. Шуға ла улар “Йәрминкәнең иң оҫта һатыусылары” номинацияһында билдәләнде.

Йәрминкәлә  ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бигерәк тә һыйыр майы, ҡаймаҡ, һөт, йомортҡа, бәрәңге, һарымһаҡ, һуған бик үтемле булды һәм шунда уҡ һатылып бөттө. Төрлө ҡамыр ризыҡтары ла яҡшы һатылды. Асҡын 2-се мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ғына 20 мең һумға яҡын бешкән әйберҙәр һатҡан. Әйткәндәй, йәрминкәлә өлкән апай-ағайҙары менән бер рәттән башланғыс класс уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты.

 Илһөйәр Махатова.

Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды
Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды
Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды
Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: