Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь 2022, 11:44

Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды

Белем көнөндә Борай 3-сө урта мәктәбендә шатлыҡлы ваҡиға булды — уҡыусыларға ял итеү, аралашыу, хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы урын асылды. Был проект мәктәп башланғыстары конкурсында еңеү яулағайны. Маҡсаты — балаларҙың уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенә ярҙам итеү һәм таланттарҙы үҫтереү өсөн мәктәп базаһында ял итеү, аралашыу өсөн урын булдырыу.

Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды
Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 500 мең һум аҡса бүленгән. Был залды йыһазландырыу өсөн кәрәкле йыһаздар һәм комплектлау яйланмалары һатып алырға мөмкинлек биргән. Бирелә балалар тәнәфестәрен файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрһен өсөн байтаҡ эштәр башҡарылған. Яңы заманса материалдар һәм стандарт булмаған дизайнер ысулдары ҡулланылған, уҡыусылар инициатив төркөмөнөң теләктәре иҫәпкә алынған. Ял мөйөшөндә төрлөһөнән өҫтәл уйындары (аэрохоккей, өҫтәл футболы, шахмат һәм башҡалар) булдырылған. Йомшаҡ дивандары ғына ни тора!
«Coworcking һall» ял итеү һәм хеҙмәттәшлек мөйөшөн асыу тантаналы үтте. Сарала проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Башҡортостан Республикаһы Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Радик улы Ҡазыханов, Башҡортостан Республикаһы ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Ирина Валерьевна Буренина ҡатнашты. 

Тулыраҡ “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең 14 сентябрҙә донъя күрәсәк 17-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Гөлназ Ханова.

Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды
Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды
Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды
Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды
Мәктәптә яңыртылған ял итеү мөйөшө асылды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: