Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2022, 12:03

Ижади эшләүсе уҡытыусы

Альбина Ғәзизуллина балалар күңелендә башҡорт теленә ҡарата һөйөү орлоҡтары сәсә.

Ижади эшләүсе уҡытыусы
Ижади эшләүсе уҡытыусы

Мишкә ауылының Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Ғәбит ҡыҙы Ғәзизулина бына 36 йыл инде мәктәп тормошонда ҡайнай. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан уҡытыусы эшенә бик яуаплы ҡарай. Һәр дәрескә төплө әҙерләнә, төрлө таратма, күргәҙмә материал әҙерләй. Шуға күрә лә уның дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Һәр балала башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бар тырышлығын һала. “Үҙ эшенә тоғро һәм балалар өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итеүсе уҡытыусы ул”, — ти Альбина Ғәбит ҡыҙы тураһында хеҙмәттәштәре.
Ижади эшләүсе уҡытыусының уҡыусылары район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында Элина Иванова Шәйехзада Бабич исемендәге “Халҡым өсөн” республика шиғыр уҡыусылар конкурсында призлы урын яулай.
Альбина Ғәбит ҡыҙы 2009 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабында еңеүгә ирешә. Артабан район данын республика этабында яҡлай. Тәжрибәле уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. 2018 йылда уға Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы тапшырыла.

 

Альбина Ғәбит ҡыҙы тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең 14 сентябрҙә донъя күрәсәк 17-се һанында уҡый алаһығыҙ.


Лилиә Хәсәнова.

Ижади эшләүсе уҡытыусы
Ижади эшләүсе уҡытыусы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: