Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2022, 12:15

Белем усағында — яңы директор

Солтанбәк урта мәктәбендә лә Белем көнө ҙур ойошҡанлыҡ менән иҫтә ҡалырлыҡ сағыу, йылы мөхиттә уҙҙы.  

Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор

 

Белем усағына  58  бала уҡырға килде, уларҙың туғыҙы — беренселәр.  

Быйылғы белем  көнө  уҡыусыларҙың патриотизм тойғоһон, Тыуған ил менән ғорурланыу тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, сөнки танатаналы линейка Дәүләт флагын күтәреүҙән, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башланды. Был мәртәбәле хоҡуҡ уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс һәм олимпиадалар призерҙары  һәм “Йәш армиясы” хәрби-патриотик хәрәкәте ағзалары булған  Милана Әғзәмова, Камил Исламов, Гүзәл  Фазлиәхмәтова, Виктория Ғилфановаға бирелә.

Яңы уҡыу йылын Солтанбәк мәктәбе коллективы яңы  етәксе   менән башланы.  Белем усағы директоры итеп  ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлап, һөнәр алып, тыуған  ауылы Солтанбәктә төпләнеп, бына тигән күркәм, татыу ғаилә ҡороп, ауыл данын  күтәреп, урында айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалап йәшәүсе  ете бала атаһы, “Атайҙар мәктәбе” рәйесе   Данис Вәлинур улы Суфиянов  етәкләне.  Тәжрибәле, белемле, тырыш уҡытыусылар  рәтен яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес — Солтанбәк ауылы ҡыҙы Айһылыу Марат ҡыҙы Фәйрүзова  тулыландырҙы.  Айһылыу Марат ҡыҙы  уҡыусыларға инглиз теле һәм информатика буйынса белем бирәсәк.

Мәктәп директорының уҡытыу эштәре  буйынса урынбаҫары итеп — Розалия Марат ҡыҙы Факкарова, тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары итеп Зилә Мәүлимйән  ҡыҙы Исламова, ә тәрбиәүи мәсьәләләр буйынса советник итеп Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманова тәғәйенләнде.

1-се класты   йәш, ижади эшләүсе  уҡытыусы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева уҡыта.

Яңы вазифала эш башлаған Данис Валинур улы  уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Белем көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Уҡыусыларҙы белемле,  физик һәм рухи яҡтан һау-сәләмәт, көслө рухлы, илһөйәр, телһөйәр, Тыуған еребеҙҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләү өсөн берҙәм булып, тырышып, заман менән бергә атлап, илһамланып, сәмләнеп эшләргә саҡырҙы.  Быға тиклем  белем усағында йәшәп килгән матур традицияларҙы дауам итеп, яңы башланғыстарҙы ла ҡыйыу  күтәреп алып,  камиллаштырырға кәрәклеген билдәләне. “Мәктәптә  ниндәй генә саралар үткәрелмәһен: телһөйәрҙәр бәйгеһеме, спорт ярыштарымы, фән буйынса викториналармы, экологик өмәләрме — уларҙың телмәр осо барыбер ҙә Тыуған ерҙе яратыуға, уны ҡәҙерләүгә, һаҡлауға, уның данын арттырыуға барып ялғана. Үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ысулдарын һәм юлдарын артабан камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, — тине Данис Суфиянов.

 

 Белем көнө уңайынан солтанбәктәрҙе ҡотларға  Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль  Сәлимов  килде. Риваль Ринат улы  байрам уңайынан иң изге теләктәрен еткереп,  район мәғарифы буйынса  уңыштарҙы барлап, яңылыҡтар менән таныштырҙы. Ул солтанбәктәрҙең һәр саҡ әүҙем, милли рухлы, тарихи һәм нәҫел тамырҙарын белгән, сәләмәт тормош алып барған  ысын патриоттар булыуын билдәләне.  Был юҫыҡта  артабан да эште дауам итеп, уңыштар теләне.

Тәү башлап мәктәпкә  барған ейәнсәрен ҡотларға килгән  хәстәрлекле өләсәй  Мәһшидә апай Муллаянова иһә беренселәрҙе ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәрен дә тапшыра.

Бына шулай  йылы мөхитте, бик матур һәм күңелле уҙа Белем көнө.  Ә белем биреү процесына  килгәндә, камил­лаштырыуҙың сиге юҡ, ныҡышмалы эҙләнергә, заманса алымдар ҡулланырға, билдәләнгән йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып барырға кәрәк. Туған телдә иркен аралашыу, рус телен тейешле кимәлдә белеү, шул уҡ ваҡытта инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеү ҙә киләсәккә ҙур мөмкинлектәр аса. Шуныһы ҡыуаныслы, мәктәптә, бөгөнгө көн талаптарын аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ иткән  педагогтар эшләй. “Ил киләсәге – талантлы йәштәр ҡулында” тиҙәр, ә талантлы йәштәрҙең киләсәге талантлы уҡытыусылар ҡулында. Яңы уҡыу йылында  яңы уңыштарнасип булһын!

Наилә Имаева.

 

 

 

Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Белем усағында — яңы директор
Читайте нас: