Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2022, 15:50

Яңы уҡыу йылына яңыртылған мәктәп

Асҡын ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен асты.

Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына яңыртылған мәктәп

 

Бөгөн Белем көнөнә  килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртылған, сағыу, заманса мәктәп ҡаршы алды.

1986  йылда төҙөлгән мәктәп күптән ремонтҡа мохтаж ине. Бина һыуыҡ булған, капиталь ремонт  2006 йылда үткәрелгән була, электр уты селтәре, елләтеү системаһы ла иҫкергән. Класс бүлмәләре санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға фасад йүнәтелгән, ҡыйыҡ, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған, иҙәндәр, түшәмдәр ремонтланған, биҙәкләү эштәре башҡарылған, электр менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, елләтеү системаһы ҡоролған. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар көн һайын мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрөһөн өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Асҡын 2-се урта мәктәбенә капиталь ремонт “Башҡортостан Республикаһы  мәғарифының  мәктәп системаларын яңыртыу”  төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла. Республика бюджетынан 70 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Бөгөн тантаналы саранан һуң район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, район прокуроры Нияз Низаметдин улы Фәйезов  мәктәп директоры Илһам Ғайнулла улы Ғәләүетдинов оҙатыуында яңыртылған мәктәп бүлмәләре, унда тыуҙырылған заманса шарттар менән яҡындан танышты. Сығарылыш класс уҡыусылары менән аралашып, уларға изге теләктәрен еткерҙе.

Наилә Имаева.

 

Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына  яңыртылған мәктәп
Яңы уҡыу йылына яңыртылған мәктәп
Читайте нас: