Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2022, 15:25

Самир 1-сегә уҡырға барҙы!

Асҡын ауылында йәшәүсе Гөлфиә һәм Ришат Зыятдиновтарҙың икенсе улы Асҡын 1-се урта мәктәбенә уҡырға инде.

Самир 1-сегә уҡырға барҙы!
Самир 1-сегә уҡырға барҙы!

Самир Зыятдинов Асҡын 1-се урта мәктәбенең  Любовь Ивановна Сәрүәрова етәкләгән 1-се Б класына ҙур теләк менән уҡырға килде. Уҡыу йылы башланғансы әҙерлек төркөмөнә йөрөп, атаһы-әсәһе ярҙамы менән уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Кластарында 24 бала — 14 малай һәм 10 ҡыҙ белем аласаҡ.  

  • Самир улыбыҙ мәктәпкә бик теләп барҙы. Ағаһы Камил да ошо белем усағында 8-се класҡа күсте. Класс етәкселәре менән дә, класташтары менән дә тиҙ арала уртаҡ тел тапты. Ул беҙҙең аралашыусан, бик ихлас бала. Тантаналы линейканан һуң класс сәғәте булды, һуңынан ашханала бергәләп йылы аш ашанылар. Белем көнө беҙҙең ғаилә өсөн район Мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған сағыу байрам менән тамамланды. Унда уйындар уйнап, бүләктәр отоп, балалар шатланышып өйҙәренә таралды, — тип һөйләне Гөлфиә Ринат ҡыҙы.

Илһөйәр Махатова.

Самир 1-сегә уҡырға барҙы!
Самир 1-сегә уҡырға барҙы!
Самир 1-сегә уҡырға барҙы!
Самир 1-сегә уҡырға барҙы!
Самир 1-сегә уҡырға барҙы!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: