Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2022, 14:40

Белем байрамы гөрләне

Ҡышлауйылға  урта мәктәбендә лә Белем көнө уңайынан тантаналы линейка  бик матур һәм күңелле үтте.

Белем  байрамы гөрләне
Белем байрамы гөрләне

 

“Ҡышлауйылға урта мәктәбендә лә бөгөн, Белем көнөндә, 88 уҡыусы өсөн Тәүге ҡыңғырау сыңланы. Беренсе класҡа өс ҡыҙ килде.

Байрам менән уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ауыл биләмәһе башлығы  Илфат Хәлфәт улы Ғатин,  “Танып” шифаханаһының баш табибы Илдар Зөфәр улы Зиннәтуллин,  “Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы директоры  Илшат  Фазлый улы Сәмиғуллин, мәктәп директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова, мәғариф ветераны  Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев ҡотланы.

Тантаналы сара  Дәүләт флагын күтәреүҙән башланды. Был хоҡуҡ уҡыу алдынғылары, әүҙем уҡыусылар Илнара Шаймарҙанова менән Айнур Шакировҡа бирелде.

Артабан ҡунаҡтар сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе, 1-се класс уҡыусыларына бүләктәрен тапшырҙы.

Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы.

1-се калсс уҡытыусыһы  Лариса Рәйес ҡыҙы Ғәлимшина ла байрам менән ҡотлап, йылы теләктәрен юлланы.

Быйылғы уҡыу йылында директорҙың тәрбиәүи мәсьәләләр буйынса советнигы итеп Эльза Ришат ҡыҙы Ғәлиева һайланды”, — тип хәбәр итте директор  урынбаҫары,  гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе Наилә Ҡәлфәт ҡыҙы  Ғлимшина.

Наилә Имаева.

 

Белем  байрамы гөрләне
Белем  байрамы гөрләне
Белем  байрамы гөрләне
Белем  байрамы гөрләне
Белем  байрамы гөрләне
Белем байрамы гөрләне
Читайте нас: