Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Мәғариф
1 Сентябрь 2022, 07:40

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Капиталь  ремонттан  һуң  яңы  һулыш  алған, балҡып торған    Асҡын 2-се урта мәктәбе  ҡарлуғастарын  ҡаршы  алды.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

 

Тантаналы линейка  Рәсәй һәм Башҡортостан Гимны аҫтында  Дәүләт флагын күтәреүҙән башланды.  Илһөйәрлек менән һуғарылған, йөрәктәргә көс, ышаныс өҫтәгән,  Тыуған илебеҙ менән ғорурлыҡ хистәре уятҡан  тантаналы  мәлде тын ҡалып, ғорурланып күҙәтте байрамға йыйылыусылар. 

Мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡотларға  район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, район прокуроры  Нияз Низаметдин улы Фәйезов  килгәйне.


— 1 сентябрь — уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иҫтәлекле көн, күңелдә иң яҡты тойғолар уятыусы матур байрам. Яңы уҡыу йылы сағыу ваҡиғаларға бай булһын, ижади бейеклектәр яуланһын. Барығыҙға ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйем, — тине Динис Рәдис улы. —  Быйылғы уҡыу йылында  районыбыҙ мәктәптәренә  226  бала беренсе класҡа килде, тәү тапҡыр парта артына ултырасаҡ ҡыҙҙар-малайҙарға мәктәп тормошо ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыр, тип ышанам. Районыбыҙҙың 21 мәктәбендә барлығы 2523 уҡыусы белем аласаҡ.

Артабан Динис Рәдис улы “Мәғариф “ милли проекттары сиктәрендә районыбыҙҙа уңышлы тормошҡа  ашырылған проекттар, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың уңыштары тураһында һөйләне.  Асҡын 2-се урта мәктәбенең элек-электән көслө булыуын, уҡыусыларҙың  республика  олимпиадаларында һәр саҡ лайыҡлы урындар яулауын, ә Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған   балалар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был, әлбиттә, уҡытыусылар коллективының фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. 

Район хакимиәте башлығы уҡыусыларҙы тарихыбыҙҙы төплө өйрәнергә, ҡыйыу, көслө рухлы, Тыуған илебеҙҙең ысын патриоттары булып үҫергә өндәне. Мәктәптә тырышып уҡып, киләсәктә районыбыҙ, республикабыҙ терәге булырҙай һөнәр эйәләре  булыуҙарын теләне.


Мәктәп директоры Илһам Ғайнулла улы Ғәләүетдинов та  яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап,  уҡытыусыларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, түҙемлек, уҡыусыларға белемгә ынтылыш, ата-әсәләрен яҡшы билдәләр менән ҡыуандырыуҙарын теләне. Яңыртылған белем усағында тырышып уҡыр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылыуын белдерҙе.

Мәктәп директорының уҡытыу эштәре буйынса  урынбаҫарҙары быйылғы уҡыу йылында индерелгән яңылыҡтар, рәсми документтар  менән таныштырҙы. Директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса   советнигы   тәбрикләү телмәре менән сығыш яһаны. Беренсе класҡа килеүсе балаларҙың ата-әсәләре исеменән район прокуроры урынбаҫары Илгиз Әбүбәкер улы  Лоҡманов  изге теләктәрен еткерҙе.

 Уҡыусыларҙың ялҡынлы, йырлы-моңло сағыу сығышы менән үрелеп барҙы тантаналы сара.


Алҡыштар аҫтында майҙанға беренселәр сыҡты. Ап-аҡ банттар, алъяпҡыстар таҡҡан, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан малай һәм ҡыҙҙар тулҡынлана-тулҡынлана шиғыр һөйләне. Өс класҡа  тупланған 68  уҡыусы  мәктәптең  көслө,  тәжрибәле педагогтары ҡулында уҡырға-яҙырға өйрәнәсәк. Ун беренсе кластар  иһә бәләкәй дуҫтарына төрлө төҫтәрҙән эшләнгән сағыу самолеттар бүләк итте. Тырышып уҡыуҙарын, әүҙем, спорт менән дуҫ булыуҙарын  теләне.

“Шайморатовсылар” исемен йөрөтөүсе Эльмира Ғәйбәҙуллина етәкселегендәге 5-се В класы уҡыусылары  физкультура уҡытыусыһы Руслан  Яхин  етәкселегендә ғорурлыҡ менән “Шайморатов генерал” йырын башҡарыуы сараға тағы ла илһөйәрлек һәм  мәртәбә өҫтәне.

 Ун беренселәрҙең “мәктәп вальсы” бер кемде лә битараф ҡалдырманы.   Мәктәп ихатаһын тултырып килгән ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар ғорурланып күҙәтте ул һәм ҡыҙҙарын.


Дәрескә саҡырып тәүге ҡыңғырау сыңланы. Беренсе ҡыңғырауҙы ун беренселәрҙән уҡыу алдынғылары Юлай Ғәниев менән Динә Мозафарова һәм беренсе класҡа килеүселәр — Эмилия Ғәниева менән Камил Ибраһимов   сыңлатты.  Көслө алҡыштар оҙтаыуында Еҙ ҡыңғырау сыңы уҡыусыларға белем донъяһына, өр-яңы асыштарға әйҙәне.

Алған белемдәрегеҙ, һалған тырышлыҡтарығыҙ иҫ киткес уңыштарға юлдар асһын, уҡыусылар!

Наилә Имаева.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас