Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2022, 09:50

Депутаттар мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итә

Тулыраҡ:

Депутаттар мәктәпкә  әҙерләнергә ярҙам итә
Депутаттар мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итә

Республикабыҙ төбәктәрендә барған "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!" хәйриә акцияһына Асҡын район Советы рәйесе Руслан Рәмил улы  Ғәлләмов  етәкселегендә депутаттар ҙа  ихлас ҡушылды. 

“Берҙәм Рәсәй”  партияһы депутаттары  Раил Рәзиф улы Тажетдинов, Ольга Викторовна Белоусова, Гөлфинә  Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова  үҙҙәренең һайлау округында  йәшәүсе күп бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә мәктәп-кәрәк яраҡтары әҙерләп тапшырҙы.

 — Һәр бала өсөн  Белем көнө — ҙур байрам һәм ул тик яҡшы, яҡты тәьҫораттар ҡалдырырға тейеш. Шуға ла мәктәпкә барыусыларға файҙалы бүләк әҙерләргә тырыштым. Мәктәп кәрәк-яраҡтары  һалынған  рюкзактар  ауыр хәлдәге ғаиләләргә  көтөлмәгән бүләк булһын. Уҡыусылар  ҙур теләк менән мәктәпкә барып,  тырышып уҡыһын, киләсәктә илебеҙгә, районыбыҙға кәрәкле, һау-сәләмәт, белемле кешеләр булып үҫһен!  — тине Раил Рәзиф улы.

 Наилә Имаева.

Читайте нас: