Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2022, 11:00

Уҡытыусы уның булмышы

Фиҙаҡәр хеҙмәте менән ихтирам яулаған Лилиә Ғәйнетдинова районда билдәле гүзәл зат. Ул — Борай 3-сө мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, оҫта ойоштороусы, район сараларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе лә.

Уҡытыусы уның булмышы
Уҡытыусы уның булмышы

— Мин Иҫке Бикмәт ауылы ҡыҙымын. Ғаиләбеҙҙә уҡытыусылар юҡ. Әсәйем 42 йыл ғүмерен медицинаға бағышланы, атайым инженер–механик булды. Беҙгә яҡшы тәрбиә һәм белем бирер өсөн барыһын да эшләнеләр. Әсәйебеҙ кешелекле, һәр саҡ ярҙамға әҙер булырға өйрәтһә, атайыбыҙ беҙҙә ғәҙеллек, егәрлелек, тырышлыҡ, туған телебеҙгә һәм тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләне, — ти Лилиә Ғәйнетдинова.
Лилиә Рәфил ҡыҙы бала сағынан әүҙемлеге, ижади күңеле, сәнғәтҡә, шиғриәткә ынтылыуы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. Мәктәптә 3-сө класта уҡығанда республиканың үҙәк телевидениеһында райондың талантлы балалары исеменән сығыш яһай. Уны Борай районы ғына түгел, ә тотош республика халҡы алҡышлай.
Тырыш, маҡсатсан, әҙәбиәтте яратҡан ҡыҙ бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Благовещен педагогия училищеһына уҡырға инә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеген үҙләштереп, диплом алып, 1993 йылда тыуған яғына ҡайта һәм бына 26 йыл Лилиә Рәфил ҡыҙы балаларға белем бирә. Ошо йылдар эсендә байтаҡ эштәр башҡарыла. Үҙенең яратҡан уҡыусыларынан айырылмайынса, ул Бөрө дәүләт педагогия институтында (бөгөн БДУ филиалы) башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында ситтән тороп белем ала. Бына инде бер нисә йыл дауамында Лилиә Ғәйнетдинова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, класс етәксеһе, юғары категориялы уҡытыусы, мәктәп директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән уңышлы башҡара.
Лилиә Рәфил ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы, программа материалын, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын яҡшы белгән уҡытыусыларҙың береһе. Уның ижади ҡарашлы, маҡсатсан булыуы юғары һөҙөмтәләргә илтә.
Уның уҡыусылары – район һәм республика конкурс һәм олимпиадаларының даими еңеүселәре һәм призерҙары. Лилиә Рәфил ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар «Еңеү вариҫтары» республика эстафетаһында еңеү яулап, «Беҙ хәтерләйбеҙ...» муниципаль эстафетаһының “Пионер-геройҙар” композицияһын башҡарғаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара һәм республика олимпиадалары еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Шулай уҡ, Лилиә Рәфил ҡыҙы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2009” XIV төбәк-ара конкурсында район исеменән сығыш яһай һәм «Инешкә ҡайтам» номинацияһында еңеү яулай.
2009 йылда Лилиә Ғәйнетдинова “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яулап, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата бүләгенә лайыҡ булды.
— Төн йоҡламай конкурсҡа әҙерләнгән ваҡыттар артта ҡалды. Аҙна дауамында барған бәйге, ысын мәғәнәһендә, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына, тел һәм рухиәт байрамына әүерелде. Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыуыма шатмын. Конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә һәм һынау мәктәбе булды. Рухлы, тәжрибәле, көслө, яңы идеялар менән янып торған уҡытыусылар менән таныштым. Был минең генә уңышым түгел: бала саҡтан туған телемә һөйөү уятҡан, ғорурланыу тәрбиәләгән атай-әсәйем, өләсәйем, тәүге уҡытыусы­ларым, мәктәп, институт йылдарында белем асҡыстары биргән остаздарымдың ҡаҙанышы ла ул. Бәйгелә ҡатнашыу ул бер генә кеше атҡарып сыға торған эш түгел. Ғаиләңдә, мәктәбеңдә һине аңлап, ярҙам итеп торған саҡта ғына яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Мине аңлаған, һәр саҡ терәк булған иремә, яҡындарыма, дуҫтарыма, хеҙмәттәштәремә ҙур рәхмәт! Конкурстан йылы тәьҫораттар ғына ҡалды, — ти Лилиә Рәфил ҡыҙы.
Намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы өсөн 2018 йылда Лилиә Ғәйнетдинова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Лилиә Ғәйнетдинованың уҡыусылары ғына түгел, ул үҙе лә район һәм республика сараларында, конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Районда уҙған бөтә сараларҙы башҡорт телендә матур итеп алып та бара.
Шиғырҙарҙы матур һәм тасуири итеп уҡыу уға бәләкәйҙән бирелгән. 2019 йылдың башында Лилиә Рәфил ҡыҙы бөйөк шағир М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған интернет-конкурста шиғыр һөйләүселәр араһында Гран-при яулай.
Талантлы уҡытыусы үҙ белемен башҡаларға бирә, ауырлыҡтарҙы еңеләйтә, бала күңелен аңлай белә. Бының өсөн уҡытыусы булып тыуырға, ғүмерең буйы уҡытыусы булып йәшәргә кәрәк. Уҡытыусы ул һөнәр генә түгел, ул – уның яҙмышы! Лилиә Рәфил ҡыҙы яҡшы сценарист, хореограф, оҫта режиссер-ҡуйыусы ла. Ул ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, яратҡан өләсәй. Тормош иптәше Марис Фәнил улы менән бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерәләр.
Бына шулай тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән, атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәй һәм хеҙмәт итә эшһөйәр уҡытыусы, яратҡан тормош иптәше, һөйөклө әсәй.

Гөлназ Ханова.

Уҡытыусы уның булмышы
Уҡытыусы уның булмышы
Автор:
Читайте нас: