

Республиканың данлыҡлы Ҡалмырҙиндар педагогик династияһы вәкиле, Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Талантлы шәхестең балалар уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн награда район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә тапшырылды.
Гөлсирә Ҡалмырҙина-Мөҡимова – Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы ҡыҙы. Уның атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм халыҡ мәғарифы ветераны Хөрмәт Түләбәй улы Ҡалмырҙиндың уҡытыусылыҡ һәм директорлыҡ стажы – 40 йыл. Әсәһе Рәҡиә Юныс ҡыҙы 36 йыл ғүмерен башланғыс кластарҙы уҡытыуға бағышлаған. Ул ваҡытта кластарҙа иң кәме 40 бала, шуға өҫтәп кистәрен өлкәндәрҙе лә уҡыта.
Рәҡиә һәм Хөрмәт Ҡалмырҙиндар һигеҙ балаға ғүмер бүләк итә, уларҙың алтыһы ата-әсәһе һөнәрен һайлай! Земфира Хөрмәт ҡыҙы Өфөнөң 254-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып 44 йыл хеҙмәт һалған. Ринат Хөрмәт улы һәм уның тормош иптәше Римма Карам ҡыҙы Ҡауарҙы ауылындағы мәктәптә һәр береһе 40-ар йыл уҡыта. Улдары Азат та БДПУ-ны тамамлап, уҡытыусы булып эшләй. Хәниф Ҡалмырҙин 32 йыл дауамында хеҙмәт юлын мәғариф өлкәһенә бағышлай: мәктәп директоры, уҡытыусы була. Уның тормош иптәше Миңзәлә Байтимер ҡыҙының педагогик стажы – 26 йыл. Ҡыҙҙары Дилә БДПУ-ла белем алып, психолог булып эшләй. Зифа Хөрмәт ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында интернат-мәктәптә 31 йыл тәрбиәсе булып тырыш хеҙмәт һала. Уның улы Роберт та педагогик белем ала. Игеҙәктәр Гөлсирә һәм Гөлфирә Ҡалмырҙиналар БДПУ-ны тамамлағас, юллама буйынса Балтас районына эшкә килә. Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мишәр ауылы килене булып тороп ҡала. Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы ғүмерен Благовар районы мәғариф системаһына бағышлай, 30 йыл хеҙмәт дәүерендә бихисап эштәр башҡарып, маҡтаулы исемдәр яулай. Уның тормош иптәше Рәзиф Әкрәм улы Благовар районы Күсәрбай ауылында 33 йыл мәктәп директоры булып эшләй.
Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова – был данлыҡлы династияның лайыҡлы вәкиле. Ул 40 йылға яҡын тырыш хеҙмәтен Балтас районы мәғариф системаһына бағышланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Тутағас урта мәктәбе директоры булып эшләне. Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, кешегә ярҙамсыл, асыҡ күңелле булыуы, һөнәренә тоғролоғо, балаларҙы һөйөүе менән халыҡ араһында оло абруй ҡаҙанды Ғафури районы ҡыҙы Гөлсирә Мөҡимова.
Башҡорт халҡының боронғо йолаларын тергеҙеү, данлыҡлы шәхестәренең тормош юлын өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү, милли-мәҙәни, тарихи мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу кеүек оло маҡсаттарҙы алдына ҡуйып, “Тамсылар” балалар театр коллективын ойошторҙо. Район ерлегендә тыуып үҫкән, тарихыбыҙҙа юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған шәхестәрҙең образдарын тергеҙҙе, халыҡҡа күрһәтте, ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерҙе, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеп, сәхнәгә ҡуйҙы. Легендар шәхестәребеҙ Ғабдулла Ғәлиев-Батырша, Салауат Юлаев һәм Ҡолой Балтас, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ яугирҙарыбыҙ, ғалим Зәки Хәмитов, фольклорсы ғалим Әхнәф Харисов исемдәрен, тарихта тотҡан урындарын мәңгеләштереүгә күп көс һалды, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырып, уларҙың тормош юлдарын өйрәнде. Нәҡ Балтас ерлегендә йәшәгән халыҡҡа хас күпме фольклор өлгөһө: әкиәт, йыр, таҡмаҡ, әйтемдәр, шаян хикәйәләрҙе, кейем өлгөләрен, көнкүреш әйберҙәрен республика сәхнәһенә сығарҙы йәш фольклорсылар! “Тамсылар” коллективы 2010 йылдан башлап “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында ҡатнашып килә. Шул арала улар төрлө дәрәжә лауреат исемдәрен яуланы, төрлө номинацияларҙа еңеүгә иреште. Быйыл конкурста яулаған Гран-при, 1-се дәрәжә диплом, номинацияла еңеү һәм Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары – күп йылдар дауамында эҙмә-эҙлекле алып киленгән эшмәкәрлектең лайыҡлы нәтижәһе.
Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙының тынғыһыҙ холҡона, ойоштороу һәләтенә, туған теленә, башҡорт әҙәбиәтенә булған һөйөүенә, балалар һәм ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып, уларҙы республика конкурстарында ҡатнашырға әйҙәй һәм әҙерләй белеүенә һоҡланырлыҡ, остаз педагог булараҡ, өлгө алырлыҡ, ғорурланырлыҡ. Мөхтәрәм мөғәллимәнең юғары исемгә лайыҡ булыуы — 400 йылдан артыҡ педагогик стажға эйә булған нәҫеле, ғаиләһе, яратҡан мәктәп коллективы өсөн дә ҙур шатлыҡ. Тағы ла дәртләнеп эшләргә, ижад итергә көс бирһен дәүләт бүләге, хөрмәтле Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.