Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2022, 10:15

Грантҡа эйә булды

Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Шаматова Гөлшат Хәлит ҡыҙы 2021-2022 уҡыу йылында Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан 600 мең һумлыҡ сертификат алыуға иреште.

Грантҡа эйә булды
Грантҡа эйә булды


Гөлшат Хәлит ҡыҙы райондың Байҡыбаш урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң Благовещен педагогия училищеһында белем ала. Дипломлы йәш белгес тыуған районына ҡайтып, Ҡариҙел 2-се урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Ошо уҡ йылда үҙенең фәне буйынса юғары белемгә эйә булыу өсөн Өфөнөң Көнсығыш университетына документтарын тапшыра. Бында ситтән тороп 4 йыл уҡығандан һуң, йәш тарихсы М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетында магистратура ла тамамларға өлгөрә. Ныҡышмал белгес 2015 йылда уҡ эҙләнеү эштәренә тотона, остаздары уға “Мәктәптә курсында Нюрнберск процесы” темаһын үҙләштерергә өндәй, диплом эшен дә ошо уҡ темаға яҙа. 2011 йылда Гөлшат Хәлит ҡыҙы Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбенә эшкә күсеп өлгөрә, һәм үҙенең уҡыусылары менән дәртләнеп-янып эшләп йөрөй. Балаларын төрлө кимәлдәге олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләй, ҡанында ныҡышмаллыҡ һәм тәүәкәллек булған йәш уҡытыусының эш һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй. Уның педагогик копилкаһына әленән-әле дипломдар, Маҡтау грамоталары өҫтәлеп кенә тора. Шул уҡ ваҡытта “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ла ҡатнашып, үҙенең һөнәри үҫешендә ҡыйыу аҙымдар яһай.

Гөлшат Хәлит ҡыҙын спортсы итеп тә беләләр, волейбол буйынса райондың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһында ла әүҙем шөғөлләнә ул. Үҙ эшен яратып, һәр ваҡыт уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективына хөрмәт менән ҡарай.

Республикала йәш педагогтар араһында Грант булдырылыу менән, тырыш уҡытыусы үҙен һынамаҡсы була. Гөлшат Хәлит ҡыҙы остаздарына рәхмәт әйтә-әйтә барлыҡ документтарын әҙерләп, үҙенең диплом темаһы буйынса эҙләнеүҙәрен яңыртып, үҫтереп, практикала алған тәьҫораттары менән бәйләп, грант эшен яҙып комиссияға тапшыра. Был юлы ла йәш уҡытыусыға уңыш йылмая, грантҡа дәғүә итеүселәр исемлегендә Гөлшат Хәлит ҡыҙының да исеме була. Сертификатты уға баш ҡалала Радий Фәрит улы үҙе тапшырҙы.
- Үҙ эшеңде яратһаң ғына, мәртәбәле уңыштарға ирешеп була, - ти грант эйәһе.
Гөлшат Хәлит ҡыҙына “Тәүәккәлләгән – таш ярған” халыҡ мәҡәле ныҡ тап килә. Һәр саҡ белем биреү өлкәһендә янып эшләгән юғары категориялы уҡытыусыға киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булһын!

Гөлнара Солтанова.

Грантҡа эйә булды
Грантҡа эйә булды
Читайте нас: