

“Бөгөн “Сарс”та икенсе смена ябылды. 21 көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Барыһы 37 бала ял итте. Ике сменаға бергә 77 бала булды.
Икенсе сменала Асҡын районынан тыш, Балаҡатай районынан – өс, Өфө ҡалаһынан биш бала ял итте.
Аллаға шөкөр, икенсе смена ла, иң мөһиме, имен, хәүефһеҙ, шул уҡ ваҡытта бик күңелле һәм мауыҡтырғыс уҙып китте. Был сменала башлыса ғаиләләргә тәрбиәгә алынған һәма күп балалы ғаиләләрҙән балалар ял итте. Улар үҙ-ара дуҫ-татыу булып, һәр көн үткәрелгән мауыҡтырғыс сараларҙа ихлас ҡатнашты, яңы дуҫтар табып, аралашты. Малай һәм ҡыҙҙарҙың бойоғоп ултырырға ваҡыты ла булманы, һәр саҡ нимә менәндер ҡыҙыҡһынып шөғөлләнде.
Бөгөн сменаны ябыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина килде. Етәкселәр балаларға яңы уҡыу йылында тик уңыштар теләп, лагерь коллективына шулай күңелле, фәһемле, хәүефһеҙ ял ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бик матур сара үтте бөгөн. Балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, күңелле булды.
Таралышҡанда, бер-береһе менән ҡосаҡлашып, һәр саҡ бәйләнештә булырға һүҙ ҡуйышып, хушлаштылар. Тағы килергә теләк белдереүселәр ҙә күп булды.
Вожатыйҙарға, тәрбиәселәргә, тәмле ризыҡтар бешереүсе ашнаҡсыларға, фельдшерыбыҙға, таҙалыҡ һаҡлаусы апайҙарға, тәртип һәм хәүефһеҙлек һағында тороусыларға — барыһына ла рәхмәт белдерәм”, — тине лагерь начальнигы Лилиә Салауат ҡыҙы.
Наилә Имаева.