

Балтас районына 92 йыл тулыу уңайынан ҙур сара үтте. Байрам сиктәрендә "Балтас балы " фестивале ойошторолдо. Төрлө ауылдарҙан, Асҡын районынан килгән умартасылар бал һәм умартасылык продукцияһын тәҡдим итте. Шулай уҡ педагогтарҙың август кәңәшмәһе лә райондың тыуған көнө менән берләште.
Бөгөнгө форумға райондың белем биреү учреждениелары, ойошма һәм предприятие етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, педагогик хеҙмәт ветерандары һәм райондың барлыҡ уҡытыусылары саҡырылғайны.
Байрамдың тантаналы өлөшөндә район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, балтастарҙы райондың тыуған көнө менән тәбрикләргә килгән ҡунаҡтар республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Суфиян улы Ғаязов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Газпром Трансгаз Уфа” йәмғиәте генераль директоры Шамил Ғосман улы Шәрипов, дәүләт учреждениелары профсоюз ойошмаларының Башҡортостан буйынса етәксеһе Рәшит Харрасов байрам менән ҡотлап, педагогик хеҙмәт алдынғылары, райондың башҡа тармаҡ эшсәндәренең оҙаҡ йылдар дауамында һалған фиҙаҡәр хеҙмәте зурлап билдәләнде, ғаилә юбилярҙары хөрмәтләнде.
Байрам район Мәҙәниәт һарайының вокаль ансамбле башҡарыуында "Алға бар, Балтас " йыры менән тамамланды.
Гөлназ Ғәлләмова.