Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2022, 22:50

Лайыҡлы сығыш яһанылар

Балтас районынан уҡытыусылар командаһы “Кәрәҙ” икенсе республика педагогик марафонында ҡатнашты.

Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар

Балтас уҡытыусылары 13 команда араһында "Тыуған илем: быуындар күсәгилешлеге, ҡиммәттәр һәм мәғәнәләр" номинацияһында еңеүсе булды!!!

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе уҡытыусылары Аймәтова Инга Сергеевна, Ғаттарова Айгөл Илдар ҡыҙы, Шәймөхәмәтова Алһыу Фидаил ҡыҙы һәм 2-се урта мәктәп уҡытыусылары Ғәлимйәнов Эльдар Рәшит улы, Ғәскәров Ридаль Ханас улы үҙҙәренең ҡыйыулыҡтарын, үҙенсәлеклелектәрен күрһәтте. Әҙерлек эштәрендә ярҙам иткәндәре өсөн Гөлшат Ришат ҡыҙы менән Гүзәл Имагинат ҡыҙына ҙур рәхмәттәрен еткерәлэр. Уҡытыусыларыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар
Читайте нас: