Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Август 2022, 14:21

Башҡортостанда кемдәр мәктәп формаһы өсөн компенсацияға иҫәп тота ала һәм уны нисек алырға

Башҡортостанда мәктәп формаһын һатып алыуға аҡсалата компенсация ике йылға бер тапҡыр бирелә. 2022 йылда компенсацияның иң ҙур күләме 4 489,40 һум тәшкил итә.
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ошондай хоҡуҡҡа эйә. Компенсация мәктәп формаһы йәки уны алмаштырған кейем-һалым өсөн бирелә.
Ниндәй документтар кәрәк:
- ғариза
- паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ
- баланың (йәки бер нисә баланың) тыуыу тураһында таныҡлығы
- ғаилә составы тураһында белешмә
- һатып алыуҙы раҫлау өсөн касса һәм тауар чектары
- күп балалы ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуы
тураһында белешмә. Уны ата-әсә йәки баланың законлы вәкиле йәшәгән урын (теркәлгән урын) буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә алырға мөмкин.
Компенсация алыу өсөн документтарҙы 2022 йылдың 1 октябренә тиклем бала уҡыған мәктәпкә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға кәрәк.

https://vk.com/club156150050?w=wall-156150050_18040

Башҡортостанда кемдәр мәктәп формаһы өсөн компенсацияға иҫәп тота ала һәм уны нисек алырға
Башҡортостанда кемдәр мәктәп формаһы өсөн компенсацияға иҫәп тота ала һәм уны нисек алырға
Автор:
Читайте нас: