Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Август 2022, 13:50

Акцияға ихлас ҡушылдылар

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһына Урмияҙ ауыл Советы хакимиәте  лә ҡушылды.  

Акцияға ихлас ҡушылдылар
Акцияға ихлас ҡушылдылар

 

Белеүегеҙсә, республикабыҙҙа йыл һайын ойошторолған был сара август аҙағына тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү.

Акцияға ҡушылырға әле лә һуң түгел: кәнсә тауарҙары, дәфтәрҙәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш ҡабул ителә; портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.

Хәйриә акцияһына  Урмияҙ ауыл Советы хакимиәте лә ихлас ҡушылды. Ауыл биләмәһе башлығы   Илшат Үзбәк улы Ирғәлин  өс бала ҡараусы Лидия Нартдиноваға уҡыу кәрәк-яраҡтары менән  ранец(мәктәп сумкаһы) бүләк итте. 

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр. Әйҙәгеҙ,  ауыр хәлдәге ғаиләләргә бергәләп ярҙам итәйек!

 Наилә Имаева.

 

 

 

Акцияға ихлас ҡушылдылар
Акцияға ихлас ҡушылдылар
Читайте нас: