

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре уҡытыусыларына Хөкүмәт премиялары 2007 йылдан башлап бирелә. Йыл һайын уға 25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 25 рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ була. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премиялары тапшырыла.
Быйылғы конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Ҡортлокүл урта мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы, В. Әлимов исемендәге премия лауреаты, “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында номинацияла еңеү яулаусы Нухова Ҡәҙриә Тәфкил ҡыҙы бүләкләнде!
Еңеүсебеҙҙе ихлас тәбрик итәбеҙ. Яңы еңеүҙәр, ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Гөлнара Солтанова.