Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
12 Август 2022, 05:50

Асҡындар — Өфөлә!

 Бөгөн  баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында  уҙған мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһендә Асҡын районы  делегацияһы ла ҡатнаша.   

Асҡындар — Өфөлә!Асҡындар — Өфөлә!
Асҡындар — Өфөлә!

Бөгөн, 12 августа,  Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында  мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе  үтә. Кәңәшмәһенең төп темаһы  – «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге».

Был мөһим сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева етәкселегендә мәғариф хеҙмәткәрҙәре —  район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина,  мәғлүмәт-методик үҙәге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы директоры   Зөбәржәт Нәҡип ҡыҙы Ғәлина, мәктәпкәсә белем биреү  методисы Ольга Петровна Балакина,  Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙанов, Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова ҡатнаша.

Мәғариф хеҙмәткәрәҙре  дискуссия майҙансыҡтарының эшенда ҡатнаша. Улар  илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, заманса мәктәптең берҙәм белем биреү киңлеге, мәктәпкәсә белем биреү, остазлыҡ институтын үҫтереү, белем биреү сифаты һәм функциональ грамоталылыҡ мәсьәләләрен тикшерә, фекер алыша.

Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Мәғариф министрлығының һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәттәр департаменты директоры Андрей Горобец, Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Луганск Халыҡ Республикаһының мәғариф һәм фән министры Иван Кусовтың ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса,  кәңәшмәлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән Луганск Халыҡ Республикаһының генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы була.

Август кәңәшмәһенең пленар ултырышы онлайн күрһәтелә. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-11/pedagogi-bashkirii-soberutsya-na-avgustovskiy-pedsovet-2905806

 

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас