Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
9 Август 2022, 09:50

“Сарс” гөрләп тора!

Бөгөн Солтанбәк ауылындағы “Сарс” лагерында икенсе сменаны тантаналы асыу  уңайынан  сағыу байрам ойошторолдо.  

“Сарс” гөрләп тора!“Сарс” гөрләп тора!
“Сарс” гөрләп тора!

 

5 августа Солтанбәк ауылындағы “Сарс” лагеры икенсе смена ял итеүселәрен ҡабул итте.  Барыһы 38 бала 25 авгусҡа тиклем бирелә ял итеп, һаулыҡтарын нығытып, яңы уҡыу йылына көс-дәрт алып ҡайтасаҡ. Икенсе сменала башлыса опекун ғаиләләрҙәге балалар ял итә.

  • Икенсе смена “Беҙҙең менән бергә ос!” тигән тема буйынса эшләй.  Ошо өс аҙна эсендә балалар ғилми, белем биреү һәм мәҙәни эшмәкәрлектә  яңы белем һәм күнекмәләр аласаҡ.  Улар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре,  осрашыуҙар, тематик кисәләр һәм, әлбиттә, спорт ярыштары үткәреү планлаштырылды, — тип һөйләне тәрбиәселәр.

Бөгөн икенсе сменаны  асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза  Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина, ауыл биләмәһе башлығы Фәнил  Фәнғәт улы Шәрәфетдинов килеп, балаларға  күңелле һәм файҙалы ял, ә тәрбиәселәргә  уңышлы эш теләне. Иң мөһиме, балаларҙың ялы  хәүефһеҙ, имен үтһен!

Ял итергә килеүсе балалар  йыр-моңға һәләттәрен күрһәтеп, матур итеп сығыш яһаны.  Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

 Наилә Имаева.

 

 

“Сарс” гөрләп тора!
“Сарс” гөрләп тора!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас