Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
1 Августа 2022, 10:35

“Сарс”та бик күңелле булды!”

Хозур тәбиғәт  ҡосағында урынлашҡан   Солтанбәк  ауылындағы  “Сарс”  лагерында ял итеүсе  Мәрйәм Насртдинова    тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Сарс”та бик  күңелле булды!”“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик күңелле булды!”

“Йәйге  каникулымдың  икенсе айы бик күңелле, матур, файҙалы уҙҙы.   Мин Солтанбәк ауылында  урынлашҡан “Сарс” лагерында “Йәйләү” сменаһында ял иттем,  — тип тәьҫораттары менән бүлеште Мәрйәм Насртдинова. —  “Йәйләү”гә    ете йәштән 16 йәшкә тиклемге  40 бала  йыйылғайны. “Сарс”та  уҙғарған 21 көн күңелемдә бай тәьҫораттар,  яҡты эҙҙәр генә ҡалдырҙы. Бигерәк күңелле, рәхәт  булды!  Һәр көндө көтөп алдыҡ, сөнки  көн дә рухлы, мауыҡтырғыс саралар ойошторҙолар. Миңә бигерәк тә башҡорт телендә үткән рухлы  кисәләр оҡшаны. Үҙем дә уларҙа ҡатнаштым. “Йәйләү һылыуы” конкурсында еңеү яуланым.  Бергәләп йырлаған йырҙарҙы, башҡарған бейеүҙәрҙе, күңелле флешмобтарҙы, дискотеканы,  уйын-конкурстарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды.

     Лагерҙа ике  -  “Балыҡсы”, “Танып” ырыуҙарына бүленеп,  үҙ-ара ярышып, Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың ғөрөф –ғәҙәттәрен өйрәнеп, күренекле шәхестәре менән таныштыҡ.

    Лагерь барышында көндәр эҫе торҙо, шуға һыу һибешеп тә уйнаныҡ.

Бирелә яңы дуҫтар ҙа таптым,  улар Асҡын ауылынан. Ял барышында бер-беребеҙ менән яҡын дуҫтарға әйләндек.

 Хушлашыу ауыр булһа ла, киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәҫкә , дуҫ булып ҡалырға һүҙ бирешеп,  өйҙәребеҙгә  таралыштыҡ.

      Бына шундай күңелле һәм файҙалы үтте минең июль айым. Миңә “Сарс” лагерында  бик  ныҡ оҡшаны”.

Бар яҡтан да һәләтле, тырыш, өлгөр Мәрйәм быйыл Солтанбәк мәктәбенең 8-се класын тик “биш”ле билдәләренә генә тамамлаған.

Әйткәндәй, ул  “Сарс”та икенсе тапҡыр ял иткән. Тәүге тапҡыр 2019 йылда була бирелә.  Кемдәр әлегә был лагерҙа ял итмәгән, килегеҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Сарс” лагерында икенсе смена  5 августа башланып, 25дә тамамланасаҡ.

Наилә Имаева.

“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик  күңелле булды!”
“Сарс”та бик күңелле булды!”
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас