Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
1 Август 2022, 07:25

Беренсе смена тамамланды

Солтанбәк ауылында  “Сарс” та  ял итеүселәр бөгөн  лагерь менән  хушлашып,  бай  тәьҫораттар  алып,  өйҙәренә таралышты.  

Беренсе смена тамамландыБеренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды

— Бөгөн “Сарс”та беренсе смена ябылды. 21 көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Барыһы 40 бала ял итте. Улар үҙ-ара дуҫ-татыу булып, һәр көн үткәрелгән мауыҡтырғыс сараларҙа ихлас ҡатнашты, яңы дуҫтар табып, аралашты. Малай һәм ҡыҙҙарҙың бойоғоп ултырырға ваҡыты ла булманы, һәр саҡ нимә менәндер ҡыҙыҡһынып шөғөлләнде. Кисә сменаны тантаналы ябыу уңайынан, бик матур сара үтте. Балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, күңелле булды.

 Туҡланыу мәсьәләһе лә яҡшы ойошторолдо.  Бөгөн таралышҡанда, бер-береһе менән ҡосаҡлашып, хатта илашып хушлаштылар. Тағы килергә теләк белдереүселәр ҙә күп булды. Вожатыйҙарға, тәрбиәселәргә, тәмле ризыҡтар бешереүсе ашнаҡсыларға, фельдшерыбыҙға, таҙалыҡ һаҡлаусы апайҙарға, тәртип һәм хәүефһеҙлек һағында тороусыларға — барыһына ла рәхмәт белдерәм.

Икенсе смена 5 августа башланып, 25 дә тамамланасаҡ. “Сарста” та малай һәм ҡыҙҙарҙы көтөп ҡалабыҙ, — тип һөйләне лагерь начальнигы Лилиә  Салауат ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

 

Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Беренсе смена тамамланды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас