Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
29 Июль 2022, 04:51

БДИ: быйыл ниҙәргә өлгәшелде?

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһенә бәйле түләүҙәр дауам итә.

БДИ: быйыл ниҙәргә өлгәшелде?БДИ: быйыл ниҙәргә өлгәшелде?
БДИ: быйыл ниҙәргә өлгәшелде?

Башҡортостанда “Берҙәм дәүләт имтиханы-2022”-нең төп осоро тамамланды. БДИ-ла ҡатнашыу өсөн төбәк берҙәм мәғлүмәт системаһында 17545 кеше, шул иҫәптән мәктәпте быйыл тамамлаған 16357 уҡыусы теркәлгән. Һынауҙар барлыҡ муниципалитеттарҙа 156 имтихан үткәреү пунктында булған. 20 мең тирәһе ойоштороусы йәлеп ителгән. 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала Берҙәм дәүләт имтиханы, Төп дәүләт имтиханы формаһында һөҙөмтәләр аттестацияларына әҙерлек, уларҙы үткәреүҙең һөҙөмтәле системаһы эшләнгән. Был имтихандарҙы тыныс, туҡтауһыҙ һәм балалар өсөн хәүефһеҙ үткәреүгә булышлыҡ итә.

Быйыл барлыҡ уҡыу предметтары буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарының контроль үлсәү материалдары яңы дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы формалашҡан. Шул уҡ ваҡытта 2022 йылғы БДИ һөҙөмтәләре, дөйөм алғанда, тотороҡло. Республикала йәмғиәтте өйрәнеү, физика, тарих, инглиз, немец һәм француз телдәре буйынса уртаса балдар артҡан. География, информатика, математика, физика, тарих, химия, биология, инглиз теле буйынса БДИ һөҙөмтәләре илдәге уртаса кимәлдән юғарыраҡ.

Мәктәпте тамамлаған 80 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоронда 100 балл йыйған. Мулльтибалл йыйғандар һаны артҡан. Октябрьский ҡвлаһындағы 2-се гимназияны тамамлаған ҡыҙҙың - рус теле һәм әҙәбиәте, Дүртөйлөләге 3-сө гимназияны тамамлаусының – химия һәм рус теле, Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙҙың - химия һәм биология, Өфөләге 153-сө лицейҙы тамамлаусының - математика (профилле кимәл) һәм информатика, информация һәм коммуникация технологиялары буйынса 100 балл йыйған.

Дәүләт аттестацияһы һөҙөмтәләрен үткәреү ваҡытында Башҡортостанда өс Хәл-торош үҙәге эшләне. Унда эш өсөн персональ компьютер булған 100 эш урыны, “СМОТРИЕГЕ” порталында 200 йәмәғәт онлайн-күҙәтеүсеһе эшләгән. Берҙәм дәүләт имтихандары барышын онлайн күҙәтеү 100 процентҡа тәьмин ителгән.

1686 йәмәғәт күҙәтеүсеһенең 656-һы – Берҙәм дәүләт имтихандарын күҙәтеп барыусы, 925-е – Төп дәүләт имтихандарын. Улар менән бергә майҙансыҡтарҙа юғары уҡыу йорттары студенттары иҫәбенән 105 федераль йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләне.

"2022 йылда БДИ буйынса 100 балл йыйған балаларҙың уҡытыусыларына 50 мең һум күләмендә премия түләү дауам итә", - тип белдерҙе Азат Бадранов.

Быйыл шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл туплаған һәм Башҡортостан биләмәһендәге донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ҡатнашыусыһы булған юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндәргә 150 мең һум түләү дауам итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
БДИ: быйыл ниҙәргә өлгәшелде?
БДИ: быйыл ниҙәргә өлгәшелде?
Автор:
Читайте нас