Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
26 Июнь 2022, 03:40

Йәйғор төҫтәренә мансылдылар

Ҡариҙелдә үҙенсәлекле Буяуҙар фестивале үтте.

Йәйғор төҫтәренә мансылдыларЙәйғор төҫтәренә мансылдылар
Йәйғор төҫтәренә мансылдылар

Яр буйы паркына был сара йәштәрҙе лә, бала-сағалары менән бергә ғаиләләрҙе лә йәлеп итте. Улар саҡырылған диджейҙарҙың күңелле музыкаһы аҫтында сар-сыу килеп буяҙар менән һибеште, йәйғор төҫтәренә мансылды. Ситтән күҙәткәндә фестиваль нәҡ Һиндостандың Холи байрамын хәтерләтте. Бында килеүселәр бер юлы ойоштороусыларҙың конкурстарында, уйындарында ла теләп ҡатнашты, йыр-моң аҫтында бейене. Йәйҙең матур көнөндә Йәштәр байрамына арналған был тамашала тик шатлыҡ йөҙҙәре балҡыны.

Гөлнара Солтанова.

Йәйғор төҫтәренә мансылдылар
Йәйғор төҫтәренә мансылдылар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас