Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
26 Июнь 2022, 06:55

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Балтас район Мәҙәниәт һарайында сағыу байрам – сығарылыш кисәһе уҙҙы.

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!



Уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев тәбрик итеп, киләсәктә лә уңыштар теләне. Гел “5“ле билдәләренә генә уҡып, ҡыҙыл аттестатка һәм “Уҡыуҙа уңыштары өсөн” миҙалға 8 уҡыусы лайыҡ булды. Уҡыусыларҙың һәр береһе аттестаттар - оло тормошҡа юлламалар алды.Уларҙың шатлығын ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары ла бүлеште.

Уҡытыусылар исеменэн Роза Хәйрулла ҡыҙы Тимерғәлиева, ата - әсәләр исеменән Гөлназ Рахимйәнова, сығарылыш синыф уҡыусылары исеменән Дилара Дәүләтова сығыш яһаны.

Тантаналы өлөштән һуң йыр-моңдар яңғыраны, бейеүҙәр һәм сығарылыш класс уҡыусылары һаубуллашыу вальсы бейене.

Балтас район мәктәбен тамамлаған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары белем алып, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булыуға өлгәшерҙәр, тип ышанғы килә. Әлегә беҙ уларға уңыштар һәм оло тормош юлында үҙ юлын табыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Гөлназ Ғәлләмова.

 

 

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас