

Ҡәҙерле дуҫтар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы бара. Ул 16 июнгә тиклем дауам итәсәк.
“Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһы ла йәнләнеп китте, етәкселәр уның сиктәрендә гәзиткә яҙылып, баҫмаларҙы бүләк итә. «Изгелек ағасы» эстафетаһына Ҡашҡа урта мәктәбе директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллин да ҡушылды. Ул “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫманы аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә бүләк итте. Афарин, Азат Ғәлимйән улы! Ҡылған изге ғәмәлегеҙ үҙегеҙгә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын!
#ИзгелекағасыАсҡынрайоны
#Декадаподписки
#ДереводобраАскинскийрайон
#Матбуғат2022