Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Мәғариф
3 Июнь 2022, 10:25

Билгеш ауылында күркәм сара үтте

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә мәктәп уҡыусылары өсөн Һабантуй байрамы ойошторолдо

Билгеш ауылында күркәм сара үттеБилгеш ауылында күркәм сара үтте
Билгеш ауылында күркәм сара үтте

Сараны матур теләктәр менән Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов асты һәм ауыл йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Ирина Муллахан ҡыҙы Мәснәүиеваға, Эльза Мәхийән ҡыҙы Ибраһимоваға ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ Ринат Хәмзә улы Билгеш мәктәбендә оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биргән оло хөрмәткә лайыҡ Гөлсимә Саҙретдин ҡыҙы Дәүләтшинаны хаҡлы ялға сығыуы, хеҙмәт ветераны Фәнзәл Мансур улы Ғилманшинды 70 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләне.  Район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Шамил ҡыҙы ла барыһын да байрам менән ҡотланы һәм Гөлсимә Дәүләтшинаға, әлеге байрамды әҙерләп алып барыусы китапхана һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре  Фәнирә һәм Фиҙаил Шәмсетдиновтарға район хакимиәте башлығының Почет грамоталарын тапшырҙы.

Билгеш мәктәбендә быйылғы уҡыу йылында 14 бала уҡый, уларға өс уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Уҡыусылар район һәм республика конкурс-олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша, тырыш һәм һәләтлеләр. Улар өсөн ойошторолған байрамда ла йыр-бейеүгә оҫта малайҙар һәм ҡыҙҙар сәхнә күрке булды. Ауыл китапханасыһы Фәнирә Шәмсетдинова Ҡашҡа һәм Билгеш мәктәптәрендә уҡыусы балалар менән матур концерт әҙерләгән.

Сәхнәнән башҡарылған йыр-бейеүҙәр халыҡ уйындары менән аралаштырылып барҙы. Шат малайҙар һәм ҡыҙҙар етеҙлектә, көслөлөктә ярышты һәм татлы бүләктәр алды.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла балаларҙы байрам менән ҡотлап, йыр-шиғырҙар бүләк итте.

Илһөйәр Махатова.

Билгеш ауылында күркәм сара үтте
Билгеш ауылында күркәм сара үтте
Билгеш ауылында күркәм сара үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас