Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
28 Мая 2022, 21:15

Афарин, Асҡын командаһы!

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" республика балалар конкурсында Асҡын командаһы 1-се урын яуланы!

Афарин, Асҡын командаһы!Афарин, Асҡын командаһы!
Афарин, Асҡын командаһы!

25-28 майҙа Мәләүез ҡалаһы Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы "Тау һауаһы" ял базаһында "Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" юл хәрәкәтенең  йәш инспекторҙары отрядтары араһында  республика конкурс-фестивале үтте. Бәйге быйыл юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса дәүләт автоинспекцияһы подразделениелары төҙөлөүҙең 90 йыллығына арналды.

Унда беҙҙең райондан класс етәкселәре Рәзилә Басимова һәм райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы Павел Крапивин етәкселегендә Асҡын 2-се урта мәктәбенең 5-се А класы уҡыусылары ҡатнашты. 

Йыл һайын уҙған конкурс балалар һәм үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен тикшереү өсөн ойошторола. Быйыл да унда республиканың район-ҡалаларынан иң яҡшы командалар көс һынашты. 28 майға тиклем барған конкурста ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә, велосипедта йөрөүҙә, юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә тәүге ярҙам күрһәтеүҙә һәм башҡа төр ярыштарҙа көс һынашты —  "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" программаһы көсөргәнешле алты этаптан торҙо.

Республикабыҙҙың район-ҡалаларынан килгән иң яҡшы 62 командаһы араһында көс һынашып, асҡындар “Автоҡаласыҡ” станцияһында 1-се урын яуланы. Гүзәл Махатова, Сабина Мөхөтдинова, Матвей Накаряков һәм Эмиль Кәримовтан торған команда Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры А. Хажин һәм Башҡортостан Республикаһы  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең баш  дәүләт инспекторы В. Севастьянов имзалары менән дипломдарға  һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.

Район данын яҡлаусы уҡыусыларыбыҙға һәм уларҙы мәртәбәле конкурсҡа әҙерләүсе етәкселәргә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Афарин, Асҡын командаһы!
Афарин, Асҡын командаһы!
Афарин, Асҡын командаһы!
Афарин, Асҡын командаһы!
Афарин, Асҡын командаһы!
Афарин, Асҡын командаһы!
Афарин, Асҡын командаһы!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас