Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
28 Май 2022, 16:10

Бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайта

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәлимова Башҡорт дәүләт университетында уҙған семинарҙа ҡатнашты.  

Бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайтаБай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайта
Бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайта

Балалар баҡсаларын заманса методик әсбаптар менән тәьмин итеү дауам итә. Башҡорт дәүләт университетында балалар баҡсалары тәрбиәселәре тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды. Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәлимова ла семинарҙа ҡатнашып, бай мәғлүмәт туплап, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты.

Республикабыҙҙың 49 муниципаль берәмегенән килгән тәрбиәселәр "Башҡорт телен өйрәнеүсе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында полилингваль белем биреүҙең заманса юлдары" темаһына семинарҙа ҡатнаша. Улар Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары әҙерләгән дидактик материалдар менән таныша.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары төҙөгән "Өләсәйем әкиәттәре" дидактик альбомының исем туйы республикабыҙҙың алдынғы тәрбиәселәренең тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелә.

Наилә Имаева.

Бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайта
Бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайта
Бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайта
Бай мәғлүмәт һәм тәжрибә туплап ҡайта
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас