

Солтанбәк урта мәктәбенең 11-се класын - бер, 9-сы класын биш уҡыусы тамамлай.
Сығарылыш класы уҡыусылары өсөн бөгөн Һуңғы ҡыңғырау сыңланы.
Уҡыусыларҙы иң иҫтәлекле көндәре менән ҡотларға ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина килгәйне. Улар байрам уңайынан егет һәм ҡыҙҙарға иң изге теләктәрен еткереп, кәңәштәр бирҙе. Ата-әсәләрҙең теләктәре лә изгеләрҙән-изге булды. Тәүге уҡытыусылары Сәриә Туҡтамыш ҡыҙы Шәрәфетдинова уҡыусыларҙы ҡотлап, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.
“Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сығышы ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Улар ҙа ағай-апайҙарын шиғыр юлдары менән ҡотланы.
Байрам йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барып, бик матур һәм күңелле уҙҙы.
Наилә Имаева.