

Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - баласаҡ менән хушлашыу; шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.
Уларҙы ҡотларға уҡытыусылары, ата-әсәләр килде һәм үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе.
Тантана бик сағыу һәм үҙенсәлекле үтте. Уҡыусылар матур йыр-бейеүҙәр әҙерләгән.
Иң-иңдәр иҫтәлекле бүләктәр һәм грамоталар менән билдәләнде. Барлыҡ уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайбыҙ! Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Гөлназ Ғәлләмова.