Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
25 Май 2022, 07:45

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә  “Һуңғы ҡыңғырау”  байрамы  бик матур үтте.  

Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Бөгөн, 25 майҙа,  республикабыҙ белем биреү учреждениеларында "Һуңғы ҡыңғырау" тантаналары үтә. IX класс уҡыусыларының ҡайһы берәүҙәре һәм XI класс уҡыусылары мәктәп менән хушлаша.

“Ҡышлауйылға урта мәктәбендә лә  “Һуңғы ҡыңғырау”  байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур үтте. Быйылғы уҡыу йылында  алты бала - IX класты, биш бала  XI класты тамамлай.  Мәктәп буйынса  90 уҡыусы уҡыу йылын тамамлай.

Сараға  мәртәбә өҫтәп, уҡыусыларҙы ҡотларға  ауыл биләмәһе башлығы  Илфат Хәлфәт улы Ғатин, район Советы секретары  Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, мәктәптең элекке директоры, мәғариф хеҙмәте ветераны  Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев килде. Уларҙың һәр береһе  байрам менән ҡотлап, сығарылыш класс уҡыусыларына алда торған имтихандарҙы еңеллек менән уңышлы тапшырып, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр үҙләштереү өсөн  уҡыу йорттарына инеп, тырышып уҡыуҙарын һәм киләсәктә  лайыҡлы  кешеләр булыуҙарын теләне. Әлбиттә,  йәш белгес булып, районыбыҙға эшкә ҡайтыуҙарына өмөт белдерҙеләр.

Мәктәп  директоры Земфира  Равиль ҡыҙы  Суфиярова белдереүенсә, балалар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт алған. Етәксе уҡыусыларға һынауҙарҙы уңышлы тапшырыуҙарын, хыялдарының бойомға ашыуын теләне.

Уҡыусыларҙы иҫтәлекле һәм тантаналы көндәре менән   ата-әсәләр комитеты рәйесе  Лилиә Садыҡова, Ҡышлауйылға мәсете имам-хатибы, сығарылыш класс уҡыусыһының атаһы Илшат Саттаров, сығарылыш класс уҡыусыларының беренсе уҡытыусылары  тәбрикләп, иң изге теләктәрен һәм фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

 Һуңғы ҡыңғырау  сыңлатыу хоҡуғы  миҙалға дәғүә итеүсе 11-се класс уҡыусы Данил Дәүләтшин менән  1-се класс уҡыусыһы Зәлинә  Әхмәтшинаға бирелде.

Тантана бик сағыу һәм үҙенсәлекле үтте. Ул ата-әсәләргә лә бик оҡшаны. Уҡыусылар  матур йыр-бейеүҙәр, йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙар  әҙерләгән. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән вальс әйләнеүе  иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе булды”, - тип хәбәр итте мәктәп директорының  уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Наилә Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.

Беҙ ҙә барлыҡ уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайбыҙ! Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Наилә Имаева.

Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә,  уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас