Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2022, 23:50

Иң-иңдәр билдәләнде

“Йыл педагогы-2022” конкурсы финалы үтте.

Иң-иңдәр  билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде


Бөгөн район Мәҙәниәт һарайында 2022 йыл педагогын билдәләнде. Уның абсолют еңеүсеһе тип Ҡариҙел ауылының 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шадрина Елена Николаевна танылды. “Йыл педагогы-2022” титулын яулаған тәрбиәсегә район хакимиәте башлығы А.Ә.Шәйҙуллиндың Маҡтау грамотаһы һәм Рәсәй Геройы В.В.Алимов премияһы тапшырылды.
Әйтергә кәрәк, тәрбиәселәр бәйгеһендә райондың төрлө балалар баҡсаларынан 16 педагог ҡатнашты. Улар конкурстың барлыҡ талаптарын уңышлы үтте, жюри алдында үҙҙәренең һөнәри кимәлен күрһәтте. Конкурстың йомғағы матур концерт менән тамамланды, бында иң-иңдәр билдәләнде. Бына улар: Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Йыһаншина Зинфира Рифҡәт ҡыҙы, Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мәхмүтова Зөлфирә Мөхөтдин ҡыҙы, Ҡариҙел ауылының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зарипова Нәргизә Рәмил ҡыҙы – конкурстың лауреат исемен яуланы.
Конкурсанттарҙы, еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вәлинуров Рәмил Карам улы, мәғариф бүлеге начальнигы Нәжметдинова Зилә Камил ҡыҙы, оҙаҡ йылдар Ҡариҙел ауылының 1-се балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән мәғариф ветераны Зәйнуллина Сәүиә Исмай ҡыҙы тәбрикләне һәм киләсәктә ижади уңыштар теләне. Конкурстың финалы матур байрамға әүерелеп, төрлө балалар баҡсалары коллективтарының сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Гөлнара Солтанова.

Иң-иңдәр  билдәләнде
Иң-иңдәр  билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде
Читайте нас: