Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2022, 23:35

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Бөгөн Ҡариҙел районы мәктәптәрендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау сыңланы.

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!


Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбен быйыл 17 уҡыусы тамамланы. Уларҙың сағыу “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы бик матур, ойошҡан рәүештә үтте. Сығарылыш уҡыусыларын мәктәп директоры Вәғизов Әлфрит Хәсән улы тәбрикләне. Әлфрит Хәсән улы туғыҙынсыларға аҡ юл теләне. Артабан уның урынбаҫары Динисламова Лиана Илшат ҡыҙы һүҙ алды, ул сығарылыш уҡыусыларына дәүләт имтихандарын тапшырырға рөхсәт биреүсе фарман менән таныштырҙы. Лиана Илшат ҡыҙы мәктәпте тик “5” билдәләренә генә тамамлаусы Исмәғилева Дианаға Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Шулай уҡ район Мәҙәниәт һарайындағы “Йәшлек” бейеү ансамблендә әүҙем ҡатнашып килгән бейеүсебеҙ Мостафина Регина район хакимиәте башлығы А.Ә.Шәйҙуллиндың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Регин-сө урын яулағайны, Мәғариф һәм фән министры А.В.Хажин ҡултамғаһы ҡуйылған диплом да уға бөгөн тапшырылды. Тағы ла мәктәптең йәмәғәт, мәҙәниәт һәм спорт сараларында уңышлы ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙға директорҙың Маҡтау грамоталары бирелде. Сығарылыш уҡыусыларына 1-се класс уҡыусылары ла матур сығыштарын әҙерләгәйне. Улар бергәләп ағай-апайҙары менән тулҡынландырғыс флешмоб күрһәтте. Киләһе йыл да ошо байрамдың төп хужалары быйылғы 8 -се класс уҡыусылары буласаҡ. Һигеҙенселәр ҙә сығарылыш уҡыусыларына имтихандарын уңышлы тапшырыуҙарын теләп, ағастан яһалған кескәй “5” билдәләрен бүләк итте. Был сувенирҙар туғыҙынсыларға һәр һынау алдынан ырымлы булыуы менән мотлаҡ кәрәк икәнлеге иҫкәртелде. Байрамдың сағыу күренеше булып ата-әсәләрҙең сығышы булды. Улар оло тормош юлына баҫырға торған балаларына тулҡынландырғыс шиғырҙар, йыр һәм бейеү әҙерләгән. Әлбиттә, уҡыусылар ҙа мәктәпкә, уҡытыусылар коллективына йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе, сәскәләр тапшырҙы. Абыҙ мәктәбе өсөнсө уҡыу йылын тамамлай, быйылғы туғыҙынсылар ҙа бында уҡырға 7-се класҡа төрлө мәктәптәрҙән килде. Класс етәксеһе Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Солтанова һәр уҡыусының тәүге уҡытыусыһын эҙләп табып, уларҙың видеоҡотлауҙарын мониторҙа күрһәтеп, күптәрҙе күҙ йәштәренә сорнаны. Ҡотлауҙар алыҫ Себер тарафтарынан, Борай, Асҡын, Ҡариҙел, Өфө мәктәптәренән булды. Байрам аҙағында һуңғы ҡыңғырау сыңланы, уны алдынғы уҡыусы Исмәғилева Диана һәм 1-се класс уҡыусыһы Глухов Михаил сыңлатты. “Һуңғы ҡыңғырау” байрам хужаларының моңло йырҙары менән тамамланды. Аҙаҡ иһә иҫтәлеккә фото төшөү ойоштролдо. 9-сы класс уҡыусыларының барыһына ла имтихандарын уңышлы тапшырыуҙарын теләп ҡалабыҙ. Ә ул иртәгә инглиз теле буйынса башлана. Был фәнде Исмәғилева Диана һайлаған, уның ҡул арты еңел булһын, тибеҙ!

Гөлнара Солтанова.

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Читайте нас: