Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Апрель 2022, 17:20

Колледж менән яҡындан таныштылар

Балтас районының Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында  Асыҡ ишектәр көнө үтте.

Колледж  менән яҡындан таныштылар
Колледж менән яҡындан таныштылар

 

Район мәктәптәре  уҡыусыларына колледж менән танышыу ғына түгел, етәкселеккә һәм бөгөнгө студенттарға һорауҙар биреү, көнүҙәк белем биреү программалары, ҡабул итеү һәм уҡытыу шарттары тураһында белеү мөмкинлеге бирелде.

 Колледж директоры вазифаһын башҡарыусы Ильяс Вәлиев уҡытыусылар һәм оҫталар,  һөнәрҙәр, уҡытыу процесын ойоштороу тураһында һөйләне һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

 «Асыҡ ишектәр көнө» сараһы  ойоштороусыларҙа һәм буласаҡ абитуриенттарҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Гөлназ  Ғәлләмова.                          

 

Колледж  менән яҡындан таныштылар
Колледж менән яҡындан таныштылар
Читайте нас: