Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель 2022, 12:45

Балалар башҡорт орнаменты менән танышты

Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фәнилә Ғиләжева китапханасы Дилара Ғәлиева менән берлектә балалар өсөн «Башҡорт орнаменты» темаһына тыуған яҡты өйрәнеү дәресе үткәрҙе.

Балалар башҡорт орнаменты менән танышты
Балалар башҡорт орнаменты менән танышты

Башҡорт орнаменты — әйберҙәрҙе, ҡоралды, туҡыманан эшләнгән әйберҙәрҙе, интерьерҙы биҙәү өсөн ҡулланылған, геометрик, үҫемлек йәиһә зооморф элементтарҙы ҡабатлау һәм сиратлаштырыуға нигеҙләнгән нағыш-биҙәктәр. Был биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә ҡағылышлы ижад. Оҫталар һәм оҫтабикәләр быға оҡшаш биҙәктәр менән һауыт-һаба, ҡорал, кейем - байрам һәм көндәлек әйберҙәрҙе биҙәгән. Латин теленән тәржемә ителгән «орнамент» «биҙәү, биҙәк» тигәнде аңлата.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналған сара барышында балалар башҡорт орнаментының әһәмиәте, уның күп быуатлыҡ тарихы тураһында, башҡорт һөлгөләренең биҙәктәре хаҡында белде, шулай уҡ башҡорт орнаменты төрҙәре һәм уның үҙенсәлектәре менән таныштылар. Сара балаларҙы башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, традицион милли мәҙәниәтенә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балалар башҡорт орнаменты менән танышты
Балалар башҡорт орнаменты менән танышты
Балалар башҡорт орнаменты менән танышты
Балалар башҡорт орнаменты менән танышты
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: