Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Март 2022, 14:10

Ҡотлайбыҙ!

Мишкә 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Мәүлит ҡыҙы  Хәсәнова тураһында сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ:

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Мишкә 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Мәүлит ҡыҙы  Хәсәнова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почёт грамотаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнде.

 Өфөлә 32-се тапҡыр үткәрелгән «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының финал этабы үтте. Был бәйге менән бер рәттән Төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы ла тамамланды. Мишкә районы данын 2-се Мишкә мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Хәсәнова яҡланы. 75 бәйгесе  араһында ярыш сәмле барҙы. Педагог конкурстың дүрт  этабын уңышлы үтеп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

 Лилиә Хәсәнова төп эшенән тыш, йәмәғәт эшен әүҙем алып бара. Ул башҡорт Википедияһы ирекмәне, "Йәнтөйәк" район-ара гәзитенең  Мишкә районы буйынса хәбәрсеһе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыларының кәңәшмә етәксеһе.

Лилиә Мәүлит ҡыҙы Хәсәнова Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почёт грамотаһы һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Афарин!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: