Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Март 2022, 21:10

Ҡариҙел уҡытыусылары - иң шәптәре!

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында уҡытыусыларҙың традицион һөнәри конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ҡариҙел уҡытыусылары  - иң шәптәре!
Ҡариҙел уҡытыусылары - иң шәптәре!

27-се "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2022" төбәк-ара, 32-се “Йыл Башҡортостан уҡытыусыһы” конкурстарының һәм Беренсе Республика «Brain-puzzle “СОТЫ» педагогик марафонының иң-иңдәрен билдәләү буйынса сағыу тамаша үтте. Ябыу тантанаһында район, ҡала конкурстарында еңеү яулаған, конкурс шарттарына ярашлы төп турҙарҙы үткән береһенән-береһе оҫта уҡытыусыларыбыҙ йыйылды.
Әйтергә кәрәк, быйылғы конкурс Ҡариҙел районы педагогтары өсөн уңышлы булды. Улар бөгөн пьедесталдың юғары баҫҡыстарына күтәрелде.

Йыл Башҡортостан уҡытыусыһы-2022” республика конкурсы еңеүсеһе тип Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмова танылды. “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” республика конкурсының “Я истину в Отчизне узнаю” номинацияһында Ҡортлокүл урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡәҙриә Тәфкил ҡыҙы Нухова еңеүсе булды.
Байҡыбаш урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Дилара Мөнир ҡыҙы Сәмиғуллинаға ла уңыш ифрат йылмайҙы. Ул “Дистанцион белем биреү буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Иң яҡшы уҡытыусыларыбыҙ Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамоталары һәм сертификаттар менән наградланды.
Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Солтанова "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2022" төбәк-ара конкурсында район намыҫын уңышлы яҡланы, ул ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде.
Уҡыу йылы башында уҡ республикала «Brain-puzzle “СОТЫ» исемле педагогик марафон старт алғайны. Ул республиканың төрлө төбәктәрендә уҙғарылды. Уның республика кимәлендәге бәйгеһе март башында үткәйне, бөгөн шулай уҡ уның еңеүселәре билдәләнде. Шулай итеп, беҙҙең райондың йыйылма командаһы – иң оҫта уҡытыусылары I дәрәжә Дипломына лайыҡ булды.
- Бындай еңеү, уңыштар беҙҙең Ҡариҙелебеҙҙең 90 йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр! Барлыҡ педагогтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәренә рәхмәт әйтәбеҙ, - тип тантаналар залынан ҡыуаныстары менән уртаҡлашты район мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Камил ҡыҙы Нәжметдинова.
Уҡытыусылар хаҡында юҡҡа ғына бихисап матур шиғырҙар яҙылмай, йырҙар ижад ителмәй. Ысынлап та, кешене оло тормош юлына әҙерләүсе остаздар иңенә үтә лә яуаплы бурыс һалынған. Һәр предметтан төплө белем биреп, тейешле һынауҙарға әҙерләүҙән, мәктәп эшенең бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән тыш, улар һәр уҡыусыға шәхес булараҡ ҡарап, артабан үҫергә, тормошта үҙ урынын табырға өйрәтә. Был хәҡиҡәтте Ҡариҙел районы уҡытыусылары үҙ хеҙмәттәре, тырышлығы менән иҫбат итте.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел уҡытыусылары  - иң шәптәре!
Ҡариҙел уҡытыусылары  - иң шәптәре!
Ҡариҙел уҡытыусылары  - иң шәптәре!
Ҡариҙел уҡытыусылары  - иң шәптәре!
Ҡариҙел уҡытыусылары  - иң шәптәре!
Ҡариҙел уҡытыусылары  - иң шәптәре!
Ҡариҙел уҡытыусылары - иң шәптәре!
Читайте нас: