Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Март 2022, 15:50

Афарин, Азат!

Асҡын 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азат Әсләмов мәртәбәле бәйгелә ҙур уңыштарға иреште

Афарин, Азат!
Афарин, Азат!

Асҡын 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азат Әсләмов «“Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы — кешелек байлығы» XII халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланы һәм призер булды.

Азат “Донъя халыҡтары эпостары мотивтары буйынса иң яҡшы уйнаусыға” номинацияһында 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. “Донъя халыҡтары телдәрендә “Урал батыр” башҡорт эпосын иң яҡшы башҡарыусыға” номинацияһында һәләтле уҡыусы 2-се урын яуланы.

Азатты һәм уны мәртәбәле бәйгегә әҙерләгән уҡытыусылары Илнара Әсләмова менән Елена Ханжинаны ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Фотолар район хакимиәте башлығы сәхифәһенән алынды.

Афарин, Азат!
Афарин, Азат!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: